Все новости
Иҡтисад
17 Ноября 2017, 18:44

АНОМАЛЬ ЗОНА

«Ни өсөн Күмертауҙа башҡа ҡалаларға ҡарағанда аҙыҡ-түлек тә, кейем-һалым да, торлаҡ та ҡыйбатыраҡ һуң?» - тигән һорауҙы күп ишетергә була. Беҙгә лә был һорау менән мөрәжәғәт итеүселәр булды. Ҡала башлығы Борис Беляев та был хәл тураһында әйтә биреп ҡуйғайны. Ысынлап та ҡалала хәлдәр шулаймы? Ни өсөн Күмертау аномаль зонаға керә һуң? Ошондай һорауҙарға яуап эҙләп күп кенә кешеләргә шылтыратырға тура килде.

«Ни өсөн Күмертауҙа башҡа ҡалаларға ҡарағанда аҙыҡ-түлек тә, кейем-һалым да, торлаҡ та ҡыйбатыраҡ һуң?» - тигән һорауҙы күп ишетергә була. Беҙгә лә был һорау менән мөрәжәғәт итеүселәр булды. Ҡала башлығы Борис Беляев та был хәл тураһында әйтә биреп ҡуйғайны. Ысынлап та ҡалала хәлдәр шулаймы? Ни өсөн Күмертау аномаль зонаға керә һуң? Ошондай һорауҙарға яуап эҙләп күп кенә кешеләргә шылтыратырға тура килде.
Иң беренсе был һорау менән ҡала хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ һәм ҡулланыусылар баҙары бүлеге начальнигы Александра Урванцеваға мөрәжәғәт иттек:
- Мин берҙә генә беҙҙә ҡыйбатыраҡ тип әйтмәҫ инем. Уртаса хаҡтарҙы һәр ваҡыт сағыштырып торабыҙ, яҡындағы Мәләүез ҡалаһы менән бер кимәлдә. Баҙарҙарҙа баҙар хаҡтары инде, унда кешеләр һатыулаша ала. Закон буйынса көндәлек ҡулланылыштағы тауарҙарға 10%, ҡалғандарына 20-30% процент хаҡ өҫтәп һатыла. Ә магазиндарға килгәндә инде, хаҡтар унда килтерелгән күләмгә ҡарап ҡуйыла. Бына бер генә миҫал килтерә алам: «Магнит» магазинына Яңы йылға шыршы уйынсыҡтарын Ҡытайҙан килтерәләр. Ул уйынсыҡты бер килтергәндә әллә күпме алып килергә була. Шуға күрә башҡа ерҙә ул уйынсыҡ 100 һум торһа, «Магнит»та уның хаҡы 20 һум ғына. «Спрос рождает предложение» тиҙәр бит. Шуға күрә кеше күпләп алған нәмәнең хаҡын арттырыбыраҡ һатыу һәр ерҙә лә бар.
Ҡаланың «Үҙәк баҙар»ы директоры Валерий Тришин:
- Хаҡтар төрлө ерҙә төрлөсә. Ҡайҙалыр арзан, ҡайҙалыр әҙерәк ҡыйбатыраҡ. Баҙарҙа ҡыйбат, тигән кеше магазиндарҙан арзаныраҡты эҙләй. Унда төрлө акциялар ваҡытында арзан хаҡҡа әйбер алып була. Беҙҙә ҡыйбатыраҡ тип әйтә алмайым, сөнки бер кем дә уны сағыштырмаған, анализ эшләмәгән. Мәҫәлән, Өфөнән тауар алып ҡайтһалар, Мәләүез 30 км-ға булһа ла яҡыныраҡ бит. Шуға Мәләүездә әҙ генә арзаныраҡтыр, бәлки. Шуның менән дә бәйле булырға мөмкин. Кемдер әйберҙе вагоны менән һатып ала, кемдер кәрзинләп кенә алып һата. Хаҡтар быға ла ҡарай. Шулай уҡ һатҡан урындан да күп нәмә тора, кемдер үҙәктә һата, кемдер ҡала ситендә тигәндәй. Хаҡты шулай ҡуй, тип беҙ әйтә лә, контролдә лә тота алмайбыҙ. Сөнки улар һалым түләй. Һалымдарҙың ниндәй икәнен үҙегеҙ беләһегеҙ.
Торлаҡ хаҡтары хаҡында ҡала хакимиәтенең төҙөлөш бүлеге начальнигы Алексей Выблов аңлатып маташты:
- Торлаҡ хаҡы беҙҙә шул хәтлем ҡыйбат тип әйтә алмайым. Мин бына Дәүләт комитетының социаль фатирҙарға ҡуйған хаҡы буйынса ғына фекер йөрөтәм. 2017 йылдың 4-се кварталында социаль торлаҡтың 1 квадрат метры Күмертауҙа — 32 мең һум, Мәләүездә — 33 мең һум, беҙҙең кеүек Сибай ҡалаһында — 32 мең 528 һум, Белоретта — 33 мең 600 һум, Стәрлелә — 36 мең һум. Ошоларҙан башҡа әйтер һүҙем юҡ.
Фатир хаҡтарын биш бармаҡтары кеүек белеүсе риэлторҙарҙан да һорашып ҡараныҡ. Улар ҙа һөйләшеп ҡуйғандай: «Беҙҙә Мәләүезгә ҡарағанда фатирҙар күпкә осһоҙораҡ», - тинеләр. Шулай итеп, һораған һәр бер кеше Күмертауҙа хаҡтар ҡыйбат булыуын инҡар итте. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар? Үҙегеҙҙең күҙәтеүҙәрегеҙ менән дә бүлешһәгеҙ ине.
Читайте нас: