Все новости
Иҡтисад
9 Января 2018, 16:59

БЕРЛЕКТӘ – УҢЫШЛЫЛЫҠ

Яңы йыл алдынан, 29 декабрҙә, Покровка ауылы янында «Аҡтау» крәҫтиән хужалығы кооперативына бүленгән грантҡа мал һуйыу цехы асылды. Ул көнөнә 20 баш һыйыр малы һуйып, эш итеү ҡеүәтенә эйә.

Яңы йыл алдынан, 29 декабрҙә, Покровка ауылы янында «Аҡтау» крәҫтиән хужалығы кооперативына бүленгән грантҡа мал һуйыу цехы асылды. Ул көнөнә 20 баш һыйыр малы һуйып, эш итеү ҡеүәтенә эйә.
Быйылдан һатыуға китәсәк ит тик ошондай мал һуйыу цехтарында ғына һуйылырға тейеш, юҡһа, бер ҡайҙа ла итеңде һата алмаясаҡһың. Районда, Яңы Морапталда, шундай цех барлыҡҡа бар, әлбиттә, тик унда Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы ғына әлегә үҙ малын һуя ала. Тиҙҙән Таймаҫта төҙөлөп ятҡан цех та сафҡа индерелһә, Көйөргәҙе районында ундай мал һуйыу урындары өсәүгә етәсәк. Әгәр шулай икән, ул ваҡытта ҡалталар Покровкаға, михайловкалар Морапталға, мал һуям, тип сапмаясаҡ.
Райондың ауыл хужалығы тормошо өсөн әһәмиәтле был тантанала Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов, Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы бүлеге начальнигы Нәүғәт Кәлимулла улы Хисмәтуллин, Мәләүездән ветеринария инспекторы Ирек Мансаф улы Баһауов, ауыл советтары хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.
Район өсөн бының бик әһәмиәтле ваҡиға булыуын әйтеү артыҡ. «Аҡтау» крәҫтиән хужалығы кооперативҡа берләшкәйне, тап шул арҡала улар был цехты төҙөү өсөн грант алыуға иреште. Кооперативҡа берләшмәһәләр, әлеге эш уңышлы килеп сыҡмаҫ ине, ти Нәүғәт Хисмәтуллин. Ирек Мансаф улы, беҙҙең күңелде күтәреп, һеҙҙәге был цех – эргә-тирәләгеләре араһында иң яҡшыһы, тине. Таймаҫта асыласаҡ цех хужаһы, беҙҙеке тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ, тип ваҡытынан алда маҡтанып алды. Ысынлап та, шулай булһын, иң мөһиме был цехтарҙа һуйырлыҡ мал-тыуар булһын. Цех асыу тантанаһына килгән кешеләр, шуны теләп, туҫтаҡ менән ҡымыҙ күтәрҙе, кәзә сырынан ауыҙ итте.
Диана ҠОТЛОБАЕВА фотолары
Читайте нас: