29 декабрҙә Покровка ауылы янында мал һуйыу цехы асылыуы хаҡында үткән һандарҙың береһендә яҙғайныҡ. Яңы закон талаптары буйынса һатыуға тигән итте хәҙер шундай махсус урында ғына салырға кәрәк буласаҡ.
Цехтың эше тураһында мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғоловтан белештек. Уның белдереүенсә, 9 ғинуарҙан цех үҙенең эшен башлап та ебәргән. Бында эре мал һәм шулай уҡ кәзә-һарыҡ, йылҡы салыу эше башҡарыла.
Цех көн һайын иртәнге 8.00 сәғәттән киске 18.00 сәғәткә тиклем эшләй. Төшкө ял ваҡыты 12.00-дан 13.00 сәғәткә тиклем. Рәүеф Шәймарҙан улы әйтеүенсә, халыҡ малын бында алып килә лә башлаған. Тик әлегә тамға ҡуйыу, тикшереү өсөн итте ветстанцияға алып барырға тура килә. «Бөгөнгө көндә цехта уҡ тамға ҡуйыу эшен ойоштороу эше бара. Уның өсөн айырым бүлмә булдырылған. Әле бында кәрәкле ҡорамалдар урынлаштырыу эше дауам итә. Аҙна-ун көндән урында уҡ ветврач эшләй башлаясаҡ. Халыҡ бында малды үҙе лә килтерә ала, шулай уҡ мал һуйыу цехының махсус машинаһы ла бар. Кәрәк осраҡта, цехтың машинаһын ялларға була. Бының өсөн 89273114419 телефон номеры буйынса Айҙар Закир улы Әкбәровҡа йәки 89603814911 һанын йыйып Геннадий Михайлович Елисеевҡа шылтыратып алдан һөйләшеп ҡуйырға кәрәк буласаҡ», - тигән аңлатма бирҙе Рәүеф Намаҙғолов.
Мал һуйыу цехының эшен үҙ күҙебеҙ менән күреп ҡайтырға булдыҡ. Беҙ барғанда быйылғы йылда 5-се баш һыйыр малын әле генә һуйып оҙатып ебәргәндәр ине. Бында Күмертауҙан йөрөп эшләүсе Абдул егете Илмир Яҡыбаев менән Айсыуаҡтан Радмир Ҡаранаев эшләп йөрөй. «Көнөнә 12 баш малды салырға өлгөрәсәкбеҙ. Бер баш малды һуйып, тунап, ботарлап хужаһына тапшырғансы бер сәғәттән ашыуыраҡ ваҡыт китә. Бер баш эре малды һуйыу хаҡы 1800 һум. Әгәр хужаның малды алып килергә транспорты булмаһа, барып алабыҙ. Уның хаҡы километрына 16 һум менән иҫәпләнәсәк», - ти улар. Үҙҙәренең эш хаҡы тураһында ла һорашҡас, улар: «Етерлек», - тинеләр.
«Ошолайтып малды аҡса түләп һуйҙырғас, етмәһә, цехҡа алып барыу хаҡын түләгәс, иткә лә хаҡ артырмы икән?» - тигән һорауға ла яуап эҙләп ҡарағайныҡ. Рәүеф Шәймарҙан улы: «Был турала әле бер нәмә лә әйтеп булмай. Баҙарҙағы хаҡтарҙы билдәләү беҙҙән тормай шул», - тине. Шулай итеп беҙгә әлегә баҙарҙағы хаҡтарҙы күҙәтеп барырға ғына ҡала.