Все новости
Иҡтисад
16 Января 2018, 14:22

ЯҢЫ ЙЫЛ «БҮЛӘКТӘРЕ»

Яңы йыл һәр ваҡыт мөғжизәләргә, төрлө бүләктәргә бай була. Шулай уҡ өп-өр яңы йыл башланыу менән бергә беҙҙе ныҡ «ҡыуандырып» яңы хаҡтар ҙа килә. Быйыл Рәсәйҙә нимәләргә хаҡтар артыуы күҙәтеләсәк? Бөгөн һеҙҙе яңы 2018 йылдың «бүләктәре» менән таныштырып үтмәксебеҙ.

Яңы йыл һәр ваҡыт мөғжизәләргә, төрлө бүләктәргә бай була. Шулай уҡ өп-өр яңы йыл башланыу менән бергә беҙҙе ныҡ «ҡыуандырып» яңы хаҡтар ҙа килә. Быйыл Рәсәйҙә нимәләргә хаҡтар артыуы күҙәтеләсәк? Бөгөн һеҙҙе яңы 2018 йылдың «бүләктәре» менән таныштырып үтмәксебеҙ.
БЕНЗИН ҠИММӘТЛӘНДЕ
Йыл башынан Рәсәйҙә яғыулыҡҡа акциздар артып та өлгөрҙө. Бензинға һәм дизелгә акциздарҙың икенсе тапҡыр артыуы тағы ла 2018 йылдың июлендә көтөлә.
1 ғинуарҙан уҡ бензиндың бер литрына хаҡ 70 тингә артты, ә дизель хаҡы тағы ла күберәк — 1 һумға күтәрелде. Шулай итеп дизель яғыулығы 0,3 процентҡа артты, хәҙер уның бер литры уртаса 40,57 һум тора. АИ-92 маркалы бензин 0,7 процентҡа ҡиммәтләнгән — уртаса 37, 49 һум. АИ-95 һәм АИ-98 маркалы бензиндарҙың хаҡы 0,6 һәм 0,5 процентҡа артып, бер литры 40,51 һәм 44,49 һумға еткән. Статистар билдәләүенсә, уҙған йылдың ғинуары менән сағыштырғанда, дизель яғыулығы — 6,4, АИ-92 — 7,7, АИ-95 5,3 процентҡа ҡиммәтләнгән.
Яғыулыҡҡа хаҡ артыу бюджетҡа 40 млрд. һум табыш килтерәсәк, тип белдерә чиновниктар. Был аҡса юл төҙөлөшөнә йүнәлтеләсәк, ти улар.
ТОРЛАҠ-КОММУНАЛЬ ТАРИФТАРЫ АРТАСАҠ
2018 йылда Рәсәйҙә коммуналь түләүҙәр 8 процентҡа артып китеүе бар. 2017 йылда илдә был өлкәлә хаҡтар 4,6 процентҡа ҡыйбатланғайны. Тарифтарҙың үҫеше ҡулланыусылар инфляцияһынан ике тапҡырға артып китте. Быйыл властар коммуналь хеҙмәт тарифтарын контролгә алмаҡсы. Шулай ҙа өҫтә ултырғандарҙың ҡайһы берҙәре хаҡтар 2-3 процентҡа ғына күтәреләсәк, тип йыуатһа, бәғзеләре: «Бер ниндәй ҙә мөғжизә көтмәгеҙ, 6-8 процентҡа артыу көтөлә», - тип ҡурҡыта.
Шулай итеп, Башҡортостанда түләүҙәр уртаса газға 3,4%, электр энергяһына — 5%, йылы биреүгә — 5,26%,һыу менән тәьмин итеүгә — 6,06%, һыу таратыуға — 14,09%-ҡа артыуы күҙаллана.
Дәүләт комитеты мәғлүмәтттәре буйынса, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡ артыу Бәләбәй районында 8,5%, Шишмә районында – 9,21-11,89%, Мәләүез районында – 10,83%, Дүртөйлө районында– 12%, Ҡыйғы районында – 12,6%, Баймаҡ, Ғафури, Өфө райондарында, Салауат, Ишембай һәм Өфө ҡалаларында –12,8%, Бөрөлә –13,45%, Күмертауҙа –14%, Тәтешле районында –14,17%, в Сибайҙа –14,2%, Учалыла –14,9%, Яңауылда –14,95%, Октябрьскиҙа – 19% тәшкил итәсәк.
КУРОРТ ЙЫЙЫМЫ
Былтыр Рәсәйҙә курорт йыйымы индерелгәйне. Бәлки, ҡайһы берәүҙәр: «Уныһы нимә ул тағы?» - тиер. Бер аҙ аңлатып үтәйек. Был халыҡ күпләп ял иткән урындарҙа өҫтәмә аҡса йыйыу була. Ул бөтә төбәктәргә лә ҡағылмай әлегә. Документҡа ярашлы, Ҡырым, Алтай, Краснодар һәм Ставрополдә ял иткән өсөн туристарҙан өҫтәмә аҡса алынасаҡ. Закон 2018 йылдың майынан үҙ көсөнә инә. Телгә алынған төбәктәрҙә бәлиғ булған һәр кеше башынан бер тәүлек өсөн 50 һум йыйырға тәҡдим ителде. Киләһе йылдарҙа был сумманы 100 һумға тиклем арттырыу ҡарала. Курорт йыйымдары урындарҙа инфраструктураны яҡшыртыу өсөн тотонолорға тейеш. Әлеге экспериментты 2018 йылдың майынан 2022 йылдың декабренә тиклем үткәреү планлаштырыла. Аҙаҡтан, ошо эксперимент һөҙөмтәһендә даими курорт йыйымын бөтә Рәсәйҙә ғәмәлгә индереү-индермәү буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк. Курорт йыйымы буйынса льготалар ҙа ҡаралған. Әлеге тема Башҡортостан өсөн дә әһәмиәтле. «Курорт йыйымы туристик инфраструктураны үҫтереүгә өҫтәмә аҡса тупларға булышлыҡ итер ине», – тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
АҘЫҠ-ТҮЛЕК, ДАРЫУ, ТӘМӘКЕ
Сит илдән килтерелгән аҙыҡ-түлеккә хаҡ доллар һәм евро курстарына ҡарап артасаҡ, ә үҙебеҙҙә етештерелгәндәргә хаҡ артыуы күҙәтелмәйәсәк, ти эксперттар. 2017 йылда мул уңыш алыу ҙа хаҡтарҙы тотороҡло итәсәк.
Шулай ҙа һөткә 10% хаҡ артыуы ихтимал, сөнки һөт етештереүселәр яңы талаптар буйынса ветеринар сертификатты «Меркурий» системаһы буйынса электрон рәүештә аласаҡ. Был шулай уҡ ит аҙыҡтарына ла ҡағылыуы мөмкин.
Шәкәр, он, макарондар, ҡош ите, үҫемлек майы, йәшелсә-емеш кеүек сит илгә ҡыҫылышы булмаған аҙыҡ-түлектәргә хаҡтар шулай уҡ ҡаласаҡ.
2018 йылда дарыуҙарға ла хаҡ артыуы көтөлә. Иң тәүҙә был Рәсәйгә Евросоюз илдәренән килтерелгән дарыуҙарға ҡағыла. Аналитиктар, дарыуҙарға хаҡтар 10-15 процентҡа арта, тип билдәләй. Хаҡтарҙың артыуын инфляция менән бәйләйҙәр. Шулай уҡ дарыуҙарҙың ҡиммәтләнеүенә Дәүләт Думаһының 2017 йыл аҙағында ҡабул иткән «антиконтрафакт» законы ла «ярҙам» итә. Был закон сиктәрендә етештереүселәр һәр бер дарыуҙы үҙенсәлекле код менән һаҡларға бурыслы. Был инде дарыуҙың ысын икәнен раҫлаясаҡ. Шулай уҡ уның дарыуханаға килеп эләккән юлы тураһындағы мәғлүмәт тә бында тупланасаҡ. Штрих-код ҡуйыу ҡорамалдары 4 миллиондан алып 200 миллионға тиклем тора икән. Шуның хаҡын сығарыу өсөн дә дарыуҙарға хаҡ арта инде.
Тәмәке көйрәтергә яратыусыларҙы ла яңы йылда үҙгәрештәр көтә. Быға тиклем тәмәкенең хаҡы 20-25% тирәһе артһа, 2018 йылда ул тағы ла 10-15%-ҡа ҡыйбатланасаҡ.
АВТОМОБИЛЬ, ҺАЛЫМ ҺӘМ БАШҠАЛАР
2018 йыл автомобиль алырға теләүселәрҙе лә ҡыуандырмай. Машиналарҙың хаҡы 17% тирәһе артмаҡсы. Был бигерәк тә «текә» һәм сит ил машиналары алырға теләгәндәргә ҡағыла. 150 ат көсөнән дә ҡеүәтлерәк тимер аттарға хаҡ уртаса 100 мең тирәһе өҫтәләсәк. Һүҙ Mercedes-Benz, Audi, Lexus, JLR Jaguar Land Rover, Ford и BMW машиналары тураһында бара. Әйткәндәй, «АвтоВаз» 2,5%-ҡа хаҡтарҙы күтәреп тә ҡуйҙы инде.
Көҙгә милек һалымын да арттырмаҡсылар. Был милектең кадастр һәм инвентаризация хаҡына бәйле буласаҡ. Ер һалымын да 20% тирәһе күберәк түләйәсәкбеҙ. Бында хаҡтар төбәккә ҡарап айырымланасаҡ. Шулай уҡ 1 ғинуарҙан Башҡортостанда газ-мотор яғыулығындағы автомобилдәр өсөн транспорт һалымы буйынса ташламалар күләме арттырылды. Хәҙер ул элекке 20 процент урынына 50 процент тәшкил итә. Автопаркының йәше уртаса 10 йылдан уҙмаған ойошмалар ташлама менән ҡуллана ала. Был ташлама экологик транспорт хужаларына ла ҡағыла, тик газда бер нисә машина булған осраҡта берәүһенә генә льгота бирелә.
Көнкүреш техникаһы, компьютерҙарға хаҡтар, сит ил паспорты һәм водитель танытмаһы өсөн түләүҙәр ҙә артып китеүе көтөлә. 1 февралдән ҡала-ара поездарына билет һәм багаж хаҡы артасаҡ.
Читайте нас: