Райондың Яңы Отрада ауылында ҡасандыр һөт заводы гөрләп эшләй ине. Бында төрлө ауылдарҙан һөт ташый торғайнылар. Әле бер нисә йыл Мәләүез һөт-консерва комбинатының ошо бинаһы ябыҡ тора.
Районда әлеге лә баяғы кооперативҡа берләшеү эше башланғас, район мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғолов был бинаны һатырға уйламайҙармы икән тип, хужаларына шылтыратып ҡараған. Мәләүез һөт-консерва комбинаты директоры Лариса Малахова: «Һатмайбыҙ ҙа, һатырға уйламайбыҙ ҙа», - тип яуап биргән.
Буш торғансы был бина кемгәлер хеҙмәт итер ине лә бит. Ни өсөн уның хужалары һатырға, йә булмаһа, арендаға биреп торорға йыйынмай икәнен асыҡлап ҡарау маҡсатында Лариса Георгиевнаның үҙенә шылтыратып ҡарарға булдыҡ.
- Ул беҙҙең шәхси милкебеҙ. Көйөргәҙе районында йүнләп һөт йыя алманыҡ, йыйырлыҡ һөт булманы. Шуға беҙгә ундағы бинаны ябырға тура килде. Был һөт юҡлыҡ Көйөргәҙе районында ғына түгел, әлбиттә. Бына беҙгә һөттө Татарстандан алып ҡайтырға тура килә, хатта. Мин ул бинаны һатмайым да, бер кемгә лә булғанды ҡыйратырға ла бирмәйем. Беҙ үҙебеҙ ҙә унан бер ҙә генә китергә йыйынмайбыҙ. Көйөргәҙе ере мал аҫрарға, мал үрсетеүгә бик тә ҡулайлы урында урынлашҡан. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ мал тотмай, һөт етмәй. Бына арыу ғына, эшләрҙәй кешеләр килһә, беҙ улар менән бергә эшләргә, хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ. Әлегә көтәбеҙ әле.
Бына ошондай ҡыҫҡа ғына, әммә күп мәғәнәгә эйә булған, уйланырға урын ҡалдырған яуап алдыҡ беҙ Лариса Малахованан.