Былтыр Күмертауҙа 594 яңы эш урыны асылған. Ҡалабыҙ хәҙер күптән алдынғы үҫеш территорияһы инде – бизнесҡа хөрриәт асылды, һалымдар буйынса льготалар бар. Ошо юл менән моноҡала булып, артта һөйрәлеүҙән сығырға, кешене кешесә йәшәтергә ниәтләйҙәр.
Ниһайәт, бына тағы ла бер ҡыуаныс: ошо көндәрҙә туңдырма өсөн вафля мөгөҙҙәре эшләү буйынса бер предприятие менән һөйләшеү булған. «АЙСХОТ» тип аталған был фирма айына 1800-ҙән алып туңдырма вафлялары етештерергә планлаштыра. Былай булғас, күмертауҙарға яңы эш урындары ла була бит инде, барлығы 25 кешегә эш бирергә уйлайҙар. 11 млн һум аҡса һалырға йыйыналар был бизнесҡа.
Ҡала кешеһен кешесә йәшәтәм тип, ныҡ тырышалар, күпме бизнес килде, инвестициялар һалынды, эш урындары булды тигән яңылыҡты бер нисә йыл ишетәбеҙ.
Кисә урамда бер танышым осраны.
- Эш эҙләп йөрөйөм, надаел уже, табып булмай, анау мебель һатҡан магазинда диван-фәлән йыйырға кеше кәрәк, тиҙәр ине, шунда китеп барам. Былай көн дә тегендә ҡалым, бында ҡалым менән генә көн итәм...
Ҡыҙыҡ, Күмертауҙа анау сама яңы эш урындары асыла, эш хаҡы ла һәйбәт тиҙәр, ниңә был таныш ҡалала эш таба алмай икән һуң ул?