Все новости
Иҡтисад
13 Февраля 2018, 16:47

БЕҘ УҒА ЫШАНАБЫҘ

Алдынғы үҫеш территорияһы (ТОСЭР) тигән исем алды Күмертау. Бында килгән бизнесҡа льготалар ҡаралған, шуға властар теге ерҙә яңы завод асылды, был ерҙә фабрика асылды, тип беҙҙе ҡыуандырып ҡына торалар.

Күптән уйлай инек: беҙҙең Зиннур Исхаҡов ниңә тик ята, ниңә резидент булмай икән? Уның «Южурал-Ойл» компанияһында апаруҡ кеше эшләй, хатта, ауылдарҙан килеп тә эшләйҙәр. Зиннур Закир улы төрлө мәҙәни сараларға аҡсаһын йәлләмәй. Уның эштәре ошо ТОСЭР арҡаһында тағы лә шәберәккә китһә, иллә яҡшы булыр ине. Теләгәнебеҙ тормошҡа ашты: «Южурал-Ойл» резидент булырға, тип документтарын тапшырған, планын күрһәткән. Ул нефть һәм газ сәнәғәте өсөн ҡорамалдар етештерәсәк. Әйткәндәй, бындай ҡормалдарҙы илдә тик ике генә предприятие сығара икән.
З. Исхаҡов проектына 22 млн. һум сарыф итергә һәм 50 яңы эш урыны асырға уйлай. Тиҙҙән барлыҡ процедуралар үткәс, документтар кәрәкле ерҙән йөрөп әйләнгәс, «Южурал-Ойл» буйынса ыңғай ҡарар ҡабул ителер, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: