Все новости
Иҡтисад
13 Февраля 2018, 16:44

ИТҺЕҘ ҠАЛМАЙБЫҘ

Үткән һанда «Күмертау итһеҙ ҡалды», - тип яҙҙыҡ һәм был турала һеҙгә хәбәр итеп барырға вәғәҙә иткәйнек. Алдан яҙғаныбыҙса, 9 февралдә ҡала хакимиәтендә был проблема буйынса эшҡыуарҙар менән һөйләшеү уҙҙы.

Үткән һанда «Күмертау итһеҙ ҡалды», - тип яҙҙыҡ һәм был турала һеҙгә хәбәр итеп барырға вәғәҙә иткәйнек. Алдан яҙғаныбыҙса, 9 февралдә ҡала хакимиәтендә был проблема буйынса эшҡыуарҙар менән һөйләшеү уҙҙы.
Мал һуйыу һәм ит продукттарын һатыуға арналған был һөйләшеүгә ҡаланың Үҙәк баҙары биләмәһендә ит менән һатыу итеүсе 17 шәхси эшҡыуар килгән. Кәңәшмәлә ҡала прокуроры Виталий Казачков, БР Ветеринар идаралығының мал менән бәйле аҙыҡ-түлектең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе ойоштороу бүлеге начальнигы Айгөл Боҫҡанова, БР Ветеринар идаралығының Мәләүез территориаль бүлегенең баш ветеринар инспекторы Рәмил Сарбаев, Күмертауҙың Роспотребнадзор, ветеринар хеҙмәте вәкилдәре ҡатнашҡан.
2018 йылдың башынан һатырға сығарылған ит махсус һуйыу цехтарында ғына салынырға, һәм был иттең электрон сертификаты булырға тейеш. Әммә халыҡ был яңы ҡарарҙы үтәүгә әҙер булмай сыға, һәм шунлыҡтан Күмертау баҙарында ит һатыу менән проблема тыуа. Ит һатыу туҡтала, эшҡыуарҙар яҡлау эҙләп ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Кәңәшмәлә күп һорауҙарға яуаптар бирелгән, был хәлдән ваҡытлыса булһа ла сығыу юлдары табылған. Тиҙҙән ит менән һатыу эше яңынан тергеҙеләсәк. Былай булғас, итһеҙ ҡалмаясаҡбыҙ.
Читайте нас: