Бындай форум Рәсәйҙең инвестиция һәм иҡтисади потенциалын күрһәтеүсе майҙансыҡ булып тора. Бында йыл да бер нисә йөҙ контракт һәм килешеү төҙөлә. Форумдың тәүге көнөндәге «Моноҡалалар: киләсәкте проектлаштырабыҙ» панель сессияһында БР Башлығы Рөстәм Хәмитов моноҡалалар буйынса сығыш яһай. Ошонда уҡ Борис Беляев менән Олег Астахов Күмертау дауаханаһында булдырылған «Асыҡ регистратура» проектының уңышлы эшләүе, халыҡ өсөн бигерәк уңайлы булыуы хаҡында һөйләй, тәжрибә уртаҡлаша. Әлеге көндә Күмертауҙың бындай тәжрибәһе башҡа ҡала-райондарҙа ла дауам итә. Сочи ҡалаһында Башҡортостан Хөкүмәте, Стратегик инициативалар агентствоһы һәм Внешэкономбанк менән үҙ-ара бәйләнеш булдырыу буйынса Меморандумға ҡул ҡуйылған.