- Өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған, йә инвалид балалар тәрбиәләгән граждандарға торлаҡ төҙөү өсөн бер тапҡыр бушлай ер участкаһы алыуҙа 273 ғаилә иҫәптә торһа, 208 ғаиләгә участка бирелде. Күп ғаилә торлаҡ төҙөү өсөн ерҙе районыбыҙҙың үҙәгенән һорай. Үҙҙәре йәшәгән ауылдан бирһәң, баш тарталар. Беҙ барыһына ла ерҙе Ермолаевонан бирә алмағанды аңлаһындар ине, - тине Марина Ғәлиевна. Шулай уҡ үҙ сығышында районыбыҙҙа ерҙе арендаға алған өсөн төп түләүселәребеҙ һәм бурыслылар исемлеге менән дә таныштырҙы. Бигерәк тә банкрот хәлендә булған бурыслы предприятиелар булыуын әсенеп һөйләне. Кадрҙар етмәүе, ҡыҫҡартыуҙар кеүек проблемаларға ла туҡталды.