Все новости
Иҡтисад
12 Марта 2018, 13:31

«МИН — БАШҠОРТ МЕНЕДЖЕРЫ»

Уңған, дәртле, сәмле йәштәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Күмертау егетеАзамат Юлдыбаев тап шундай егеттәрҙең береһе. Ул үҙенең шәхси эшен асып, тирмәләр яһау менән шөғөлләнә. Беҙ күптән түгел Азамат менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Уңған, дәртле, сәмле йәштәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Күмертау егетеАзамат Юлдыбаев тап шундай егеттәрҙең береһе. Ул үҙенең шәхси эшен асып, тирмәләр яһау менән шөғөлләнә. Беҙ күптән түгел Азамат менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Азамат, һин Күмертауҙың 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлағас, Өфө сәнғәт академияһына уҡырға кергәнһең. Гимназияла уҡыған йылдарыңдан уҡ һинең сәнғәт кешеһе икәнеңде белә инек. Шуныһы ҡыҙыҡ, Сәнғәт академияһын тамамланың, ә хәҙер сәнғәттән бөтөнләй ситтә йөрөйһөңмө?
- Мин коммерция бүлегендә уҡыным, ике йыл буйы тырышып фән гранитын кимереп ҡараным, ләкин барыбер бюджетҡа күсермәнеләр. Шунан ҡулды һелтәнем дә, аҡса кәрәк булғас, параллель рәүештә эшләй башланым. 1-се курста йәйге каникулдарҙа төҙөлөштә эшләгәйнем, кеҫәлә аҙ булһа ла тиндәр сыңлай башланы, шунан минең дәрт ҡуҙғалды эшкә. Эшҡыуар башҡорт ағайҙары менән таныштым. Уларға ҡарап үҙемә ниндәйҙер фәһем алдым, бизнесҡа ынтылыш китте.
- Шулай ҙа биш йылда академияны уҡып бөткәнһең, ә сәнғәт юлынан китмәгәнһең.
- Үҙемде сәнғәттә лә һынап ҡараным. Һөнәрем менеджер минең, администратор. Барыһы ла белгән ҡурайсы Роберт ағай Юлдашев менән эшләп алдым, аҙаҡ Мәләүез мәҙәниәт йортонда ла методист булып урынлаштым. Ул ваҡытта тирмәләргә заказ күп ине. Шунан минең алда һайлау торҙо инде: сәнғәт юлынан китергәме, әллә үҙемдең шәхси эшемде асырғамы? Заман үҙгәрә. Йәштәр хәҙер башлы, кемгәлер ҡол һымаҡ эшләп, бил бөгөп йөрөгәнсе, үҙе-үҙенә эшләй. Мине лә үҙем өсөн эшләү теләге еңде. 3-сө курстан уҡ ярайһы ғына тәжрибә туплағайным инде. 4-5-се курстарҙа “Ағиҙел” компанияһында практика үтергә тейеш инем. Мин унда барып, коммерция директоры менән осрашып, һатыу буйынса агент булараҡ килешеү төҙөнөм. Уларҙың эшләгән тирмәләрен интернет аша һатып йөрөнөм.
- Роберт Юлдашев менән эшләү оҡшай инеме?
- Эйе, оҡшай ине. Унан күп нәмәгә өйрәндем. Бик тәжрибәле кеше. Унда лидерлыҡ, ныҡышмалылыҡ, ҡыйыулыҡ кеүек сифаттар ярылып ята.
- Нишләп тап тирмә эшләү буйынса астың үҙ эшеңде?
- Уҡыған саҡта уҡ был өлкәлә тәжрибә туплағайным, тип әйтеп үттем. Сайтым да булдырылғайны. Студент сағымда бизнес буйынса төрлө уҡыуҙарға йөрөгәйнем, клиенттарҙы нисек табырға өйрәндем. Ғөмүмән, тирмә эше минең күңелемә ятты. Тәжрибә туплағас, уны дөрөҫ итеп файҙаланырға ла кәрәк бит, тип уйланым.
- Тирмәләр эшләү өсөн материалды ҡайҙан алаһың? Әгәр дөрөҫ булһа, сифатлы кейеҙ Татарстанда ғына бар, тиҙәр, ахыры. Беҙ өйрәнеп ҡарағайныҡ был теманы. Мәҫәлән, Мәмбәтҡолда һарыҡ йөнөн сығарып түккәйнеләр.
- Мин үҙем Новгород һәм Татарстан менән эшләйем. Кейеҙҙе лә шунан алам.
- «Ниңә ул материал Башҡортостанда юҡ ул?» - тигән һорау тыуа.
- Беҙҙә бар ул, әммә сифаты насар. Был тармаҡта эшләйһе эштәр күп әле.
- Хәҙер яңы башланған кооперациялар һымаҡ, һин дә һарыҡ үрсетеп, сеймалын тирмә яһауға йүнәлтһәң була инде.
- Мин бит яңы эш башланым, әлегә ауырыраҡ. Финанс та кәрәк бит. Үҙемә яңы ғына 500 мең һумға ҡорамалдар алдым. Элек иретеп йәбештереү эшен кемдәлер заказ менән эшләтһәм, хәҙер каркасты үҙемдә эшләйбеҙ. Әйткәндәй, 500 мең һумды алыр өсөн бәләкәй эшҡыуарлыҡ программаһында ҡатнашып, республика бюджетынан кире ҡайтарылып бирмәй торған субсидия алдым.
- Мәҫәлән, тирмә бөтәһенә лә кәрәкмәй, ә һинең клиенттарың кемдәр?
- Мәҙәниәт бүлектәре, хакимиәттәр, ауыл советы хакимиәттәре, коммерция ойошмалары күп заказ бирәләр. Башҡортостандан Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Яңауыл районы, Күмертау ҡалаһы алды. Үҙемдең дизайнерым бар. 2016 йылда шәхси эшҡыуарлыҡ асҡанда тәүҙә гаражда ҡустым менән эшләй башлағайныҡ. Аҙаҡ ҙур тирмәләргә заказдар башланғас, бында ғына һыймай башланыҡ та, ҡуртымға ҡалалағы Бабай урамы, 2-се һанлы йорттағы әлеге бүлмәне алдыҡ. Аллаға шөкөр, 2017 йылда заказдар ай һайын булып торҙо. Иң күп заказдар ул һабантуйҙар алдынан май айҙарында була.
- Бер тирмәне эшләү өсөн күпме ваҡыт кәрәк?
- Төрлөсә, тәүҙә икәүләп эшләгәндә бер ай китә торғайны, хәҙер ҡоролма алғас, ун көндә эшләргә була.
- Һинеңсә тирмә эшләү кәсебенең киләсәге бар, тип уйлайһың инде?
- Әлбиттә. Хәҙер тирмәләр заманса, күсереп йөрөү өсөн уңайлы. Еңел йыйыла, ҡорола.
- Һинең кеүек үҙ эшен асыр өсөн хәҙерге йәштәргә нимә етмәй?
- Бала саҡтан баланың башына төплө фекер һалып үҫтерергә кәрәк, үҙ юлыңды һайлай белеү дөрөҫ тәрбиәнән киләлер, тип уйлайым. Мин бына Өфөлә эшләгәндә тирә-яғымда эшҡыуар башҡорт ағайҙары булды, уларҙан күп нәмәгә өйрәндем. Хәҙер заманалар үҙгәрә, тип әйттем бит. Мәғлүмәт быуаты тиһәм дә, хата булмаҫ. Интернет ҡул аҫтында, нимә кәрәк, шунда барыһы ла бар. Мин ватсапта башҡорт эшмәкәрҙәре чатында ултырам. Ошо чатта көн дә үҙенең шәхси эштәрен асҡан эшҡыуарҙарҙың артыуын күреп ҡыуанам. Бында кәңәш, тәжрибә уртаҡлашыу ҙа бар. Хәҙер бар нәмә лә иркен. Кеше үҙенә маҡсат ҡуйырға һәм шуны тормошҡа ашырырға тейеш. Әлбиттә, эшҡыуарлыҡ - ауыр эш, әммә теләгең ҙур булһа, тиҙ алға китергә, шулай уҡ аҡса ла эшләргә була.
- Тыумышың менән һин Таймаҫтыҡы бит әле. Шулай булғас, ауыл тормошон да яҡшы беләһең. Хәҙерге заманда юғалып ҡалған йәштәр ҙә бар, эскелеккә бирелеүселәр ҙә етерлек. Минеңсә, әле тәбиғи таҙарыныу бара, эсәһең, тартаһың икән, үлеп ҡалаһың, һинең һымаҡ көслөләр алға китә. Йәштәргә әйтер теләктәрең барҙыр ошо тәңгәлдә?
- Мин үҙем иманға ынтылдым, намаҙ уҡыйым. Иманда булғандар насар ғәҙәттәрҙән арына, шул - яҡшы сифат. Мәҫәлән, тәмәке тартмайым, спиртлы эсемлектәр эсмәйем, хәләл генә ашайым. Минең тирә-йүнемдә эшҡыуар башҡорт ағайҙары, мосолмандар булды. Уларҙың намаҙ уҡығандарын күреп мин дә ҡалҡынып киттем. Аҙаҡ дуҫтар ҙа килеп сыҡты, улар менән мәсеткә йөрөп намаҙға баҫтым. Әсәйем дә Аллаға ышанып йәшәй, бала саҡтан уның һүҙҙәре ҡолаҡҡа һеңеп ҡалған. Әле намаҙҙамын, ураҙа ла тотам.
Беренсенән, ата-әсәнән күп нәмә тора, тәрбиә ҙур роль уйнай. Икенсенән, дөрөҫ мөхит һайлай белер кәрәк. Эскән, тартҡан дуҫтар түгел, ә лидерлыҡҡа ынтылған, тырыш кешеләрҙе һайлау ҙа ҙур роль уйнай. Беҙҙең ҡалала башҡорттар араһында ошондай бизнесҡа ынтылған, ғөмүмән, тырыш булған егеттәр-ҡыҙҙар аҙ. Шуға мин күберәк өфөләр менән аралашам. Интернет селтәрендә лә шундай төркөмдәрҙә ҡатнашырға, уларҙан фәһем алырға кәрәк. Башҡорт эшмәкәрҙәре, йәштәр ойошмаһы кеүек төрлө төркөмдәрҙә булһа ла бер-беребеҙгә ярҙам итергә, дөрөҫ юл күрһәтергә кәрәк. Ислам да миңә ныҡ ярҙам итә. Беҙҙең халыҡта көнсөллөк тигән нәмә лә ҙур. Бер-береһен ашайҙар, бөтөрәләр. Берҙәмлек юҡ беҙҙә, шуға беҙҙең арала ярлылар ҙа күптер, тип уйлайым.
- Беҙ бик шатбыҙ һинең өсөн, артабан да эштәрең сәскә атһын. Киләсәктә лә һинең менән ғорурланырлыҡ булһын.
Айгөл ХАЛИҠОВА яҙып алды
Читайте нас: