Все новости
Иҡтисад
13 Апреля 2018, 18:10

«КЕМ ЭШЛӘРГӘ ТЕЙЕШ?»

«Юшатыр» гәзитенең 6 апрель һанында Покровка ауылы янындағы мал һуйыу цехының бер хужаһы Геннадий Елисеевтың аһ-зары баҫылғайны. Әйткәндәй был цех «Аҡтау» кооперативыныҡы һәм уның икенсе хужаһы - Айҙар Әкбәров. Геннадий Михайловичтың һөйләгәндәрендә дөрөҫлөк аҙ тигән дәғүә белдереүселәр булды, һәм беҙ быны асыҡлар өсөн, проблеманың төбөнә төшөү маҡсаты менән район һәм ҡала ветстанция начальнигы Рәмилә Хәмит ҡыҙы Иҫәнғолова менән әңгәмәләштек.

«Юшатыр» гәзитенең 6 апрель һанында Покровка ауылы янындағы мал һуйыу цехының бер хужаһы Геннадий Елисеевтың аһ-зары баҫылғайны. Әйткәндәй был цех «Аҡтау» кооперативыныҡы һәм уның икенсе хужаһы - Айҙар Әкбәров. Геннадий Михайловичтың һөйләгәндәрендә дөрөҫлөк аҙ тигән дәғүә белдереүселәр булды, һәм беҙ быны асыҡлар өсөн, проблеманың төбөнә төшөү маҡсаты менән район һәм ҡала ветстанция начальнигы Рәмилә Хәмит ҡыҙы Иҫәнғолова менән әңгәмәләштек.
Малик Ильясов: Бер нисә йыл элек үк, мал һуйыу цехы кәрәк, тип һөйләй башлағандан бирле, был теманы гәзит биттәрендә яҡтырта киләбеҙ. Ошо мал һуйыу цехы проблемаһын бер яҡтан бик яҡшы белгән кеүекбеҙ, икенсе яҡтан, беҙ был юҫыҡта белгес булмағанға күрәлер, уның ҡайһы бер сетерекле яҡтарын аңлап та бөтмәйбеҙҙер. Әле беҙгә, Геннадий Елисеев дөрөҫтө һөйләмәй, тинеләр. Цех төҙөр өсөн 15 млн һум аҡса сарыф ителгәндән башлап, барыһы ла тиерлек дөрөҫ түгел, тиҙәр.
Рәмилә Иҫәнғолова: Күпме аҡса тотонолған икәнен мин әйтә алмайым. Аҡса яғы миңә ҡағылмай. Уның менән башҡа органдар шөғөлләнә.
Малик Ильясов: Дөрөҫ түгел, тип дәғүә белдереүен белдерҙеләр, ә шул уҡ ваҡытта, ошо һорауға бер кем дә яуап бирә алмай. Елисеев әйтеүе буйынса, мал һуйыу цехының проблемалары ныҡ күп. Йыл башынан алып 40 баш ҡына мал үтте беҙҙең аша, ти ул. Шуға күрә улар бер ниндәй табыш килмәй, тип һөрән һала.
Рәмилә Иҫәнғолова: Ә һеҙ унан: «Кем һеҙгә мал килтерергә тейеш? Эш күләме булһын өсөн, кем эшләргә тейеш һуң?» - тип һораманығыҙмы? Ни өсөн уларға малды әҙ алып киләләр һуң? Был эш менән үҙҙәре шөғөлләнергә тейеш бит. Улар ауылдарға сығып, граждандар сходтарында ҡатнашып, халыҡҡа нимә эшләргә, нисек эшләргә, халыҡ өсөн ниндәй шарттар тыуҙырылғаны хаҡында һөйләргә, аңлатырға тейеш бит. Мәҫәлән, ауылда йәшәгән яңғыҙ әбей уларға шылтырата, ти, уның малды килтерергә хәленән килмәй икән, цех хеҙмәткәрҙәре шул әбейҙең малын килеп алып, һуйып, келәймә ҡуйып, кире алып килеп бирергә тейештәр. Цех өсөн генә түгел, ә халыҡ өсөн дә уңайлы шарттар булдырылырға тейеш. Кешеләрҙең мал һуйыу цехына мөрәжәғәт итмәүҙәренең ниндәйҙер сәбәбе бар, тимәк.
Малик Ильясов: Улар бит бөтә нәмәлә лә ветеринар хеҙмәтен һәм Күмертау баҙарын ғәйепләйҙәр.
Рәмилә Иҫәнғолова: Быныһын инде мин бөтөнләй аңламайым. Бына мин һеҙгә хәҙер баштан алып аңлатам. Мал һуйыу цехы асылғас та, беҙ улар менән килешеү төҙөнөк. Районда берҙән-бер мал һуйыу цехы булғанлыҡтан беҙ улар менән бергә эшләй башларға бурыслыбыҙ тип, эш башлап ебәрҙек. Үҙебеҙҙең бер белгесте уларға беркетеп ҡуйҙыҡ. Ул белгес шунда эшләй, һуйырға килтерелгән малды ҡарай, аҙаҡ итте тикшерә, келәймә һуға һәм кәрәкле ергә — баҙарға йә магазинға оҙата. Кеше эшләй, әммә уларҙың эш күләме юҡ. Беҙҙең яҡтан бер ниндәй ҙә ҡағиҙә, закон боҙоу юҡ. Беҙ тик тере малға ғына справка бирәбеҙ һәм барыһын да мал һуйыу цехына йүнәлтәбеҙ. Беҙ бит иткә бер ниндәй ҙә справка бирмәйбеҙ. Малын өйҙә һуйып, ҡайҙалыр һатырға ебәрергә бер кемдең дә хоҡуғы юҡ. Шуға күрә беҙ бар кешене лә цехҡа ебәрәбеҙ, ә улар унда барып етмәй. Бына ошонда проблема.
Малик Ильясов: Ә кешеләр ҡайҙандыр справка алалар килеп сыға бит?
Рәмилә Иҫәнғолова: Улар иткә справка алмайҙар.
Малик Ильясов: Ә нисек һаталар һуң ул саҡта?
Рәмилә Иҫәнғолова: Бына беҙ тере малға справка биргән саҡта, уны шунда уҡ «Меркурий» электрон сертификат программаһына керетәбеҙ. Артабан был тере мал программа буйынса «Аҡтау» кооперативына оҙатыла. Әгәр был малды электрон программаға кереттек икән, ул беҙҙә эленеп тора. Хәҙер был малды ҡайҙалыр ҡуйырға тейешбеҙ бит. Кеше малын йорто янында, ветеринар табибы күҙәтеүе аҫтында һуя һәм итен йә кире беҙгә йә баҙарға алып бара. Бына улар иттәрен алып килеп өҫтәлгә һалған икән, беҙ уларҙың итен тикшермәйенсә ебәрә алмайбыҙ. Беҙ мотлаҡ рәүештә иттәге барлыҡ йоғошло сирҙәрҙе тикшерергә тейешлебеҙ. Беҙҙең бурыс — аҙыҡ-түлектең һаулыҡ өсөн хәүефһеҙ булыуын тәьмин итеү. Беҙҙең алда кемдер аҡса эшләһен тигән бурыс тормай.
Малик Ильясов: Аңлашылды. Бына, мәҫәлән, бер ауыл кешеһе мал һуйыу цехына барып тормаған, йорт алдында ғына малын салған да һатырға баҙарға алып барған, ти. Ул итен һата аламы? Һеҙ, халыҡтың үтенесен кире ҡаға алмайбыҙ, тиһегеҙ бит.
Рәмилә Иҫәнғолова: Эйе, беҙ кешенең үтенесен кире ҡаға алмайбыҙ. Әгәр беҙ иткә келәймә ҡуйғанбыҙ икән, тимәк, ул итте улар һата ала.
Малик Ильясов: Шулай булғас, мал һуйыу цехы ни өсөн төҙөлдө һуң?
Рәмилә Иҫәнғолова: Беҙ мал һуйыу цехы эшенә тиҙ генә күсеп китә алмайбыҙ. Был процесҡа яйлап ҡына күсергә, халыҡҡа аңлатырға кәрәк. Тиҙ генә 100 процентҡа күсеп булмай был эштә. Бер генә мал һуйыу цехы ла булмаған райондар бар республикала. Бына бөтә кешене лә ҡапыл ғына ошо мал һуйыу цехына ебәреп ҡарайыҡ әле. Беренсенән, улар өлгөрә алмаясаҡ. Икенсенән, кешеләр шылтыратҡан саҡта, унда телефонға яуап бирмәйҙәр. Бик күптәр был турала беҙгә килеп әйтә. Үҙем дә бер нисә тапҡыр шылтыратып ҡарағаным бар. Шулай уҡ уларҙың үҙҙәренең транспорттары юҡ. Тәүҙә йүнле мал һуйыусылары ла юҡ ине. Кеше малын килтерә лә, ҡыҙыл ит ала, һәм тағы зарланып беҙгә килә. Был һуйылған түгел, ә үлтерелгән мал, тиҙәр улар. Бындай проблемалары бик күп булды уларҙың.
Малик Ильясов: 2018 йылдың 1 ғинуарынан алып һатыуға сығарылған ит тик мал һуйыу цехында ғына салынырға тейеш тигән закон үҙ көсөнә эйә булды бит. Законды үтәргә тейеш түгелбеҙме ни?
Рәмилә Иҫәнғолова: Бындай закон 2013 йылда уҡ үҙ көсөнә эйә булды. Ә бына 1 ғинуарҙан ғына закон үҙ көсөнә эйә булды тигән документ юҡ. Беҙгә тик, тиҙерәк ошо эште контролгә алырға кәрәк, тигән хат килде. Шуға күрә үҙебеҙҙә мал һуйыу цехы булғас, беҙ былай ҙа бар малды уның аша үткәрергә тырыштыҡ. Һаман да тырышабыҙ. Беҙ цех хужаларын да аңлайбыҙ. Уларға ла эшләргә кәрәк. Бергә эш башлап ебәрҙек бит. Ә улар бер матур көндө нишләптер бөтә нәмәлә беҙҙең ветстанцияны ғәйепләй башланылар. Мин бына ошоно бер ҙә генә аңлай алмайым.
Малик Ильясов: Тағы ла ябай кеше күҙлегенән һорайым. Әгәр баҙарҙа йорт шарттарында һуйылған итте алалар икән. Әлбиттә, мин әллә күпме аҡса түгеп малымды цехҡа алып китеп бармайым бит инде?
Рәмилә Иҫәнғолова: Бындай күренеш тәүге ваҡыттарҙа, халыҡ яңы законға яраҡлашҡан саҡта ғына булды. 1 июлдән «Меркурий» 100%-ҡа эшләй башлаясаҡ һәм йорт шарттарында һуйылған мал һатыуға бөтөнләй алынмай башлаясаҡ.
Малик Ильясов: Бына хәҙер аңлашылды. Тимәк, цех та тулы ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ?
Рәмилә Иҫәнғолова: Әлбиттә.
Малик Ильясов: Тағы ла беҙҙең гәзиттә баҫылғанға әйләнеп ҡайтһаҡ, Елисеев Мәләүездә баҙарҙа беҙҙәге кеүек келәймә ҡуйыу әллә ҡасан юҡ инде, ти.
Рәмилә Иҫәнғолова: «Аҡтау» хужалары, баҙарҙан келәймә һуғыуҙы алығыҙ, тиҙәр беҙгә. Быны нисек аңларға? Баҙарҙағы лаборатория беҙҙең структураның бүлеге. Уларҙың үтенесе менән генә был бүлекте алып ташларға хоҡуғым юҡ. Мәләүез баҙарында Күмертауҙағы кеүек келәймә һуғалар. Ышанмаһағыҙ, барып ҡарағыҙ. Мәләүезгә бит Күгәрсен, Йылайыр һәм башҡа райондарҙан, Ырымбур өлкәһенән дә ит килтерәләр. Лабораторияла итте генә түгел, һөт, балыҡ һәм башҡа аҙыҡ-түлекте лә тикшерәләр. Шуға күрә баҙарҙа лабораторияһыҙ булмай бер ҙә генә. Баҙарҙа һатылған барлыҡ аҙыҡ-түлек уның контролендә.
Малик Ильясов: Тағы ла улар, Күмертау баҙары павильонында эттәр йөрөй, тип видео күрһәтәләр...
Рәмилә Иҫәнғолова: Улар был видеоны төшөргән саҡта уҡ миңә әйттеләр был турала. Баҙар территорияһында йөрөгән эттәрҙе береһе иткә әүрәтеп павильонға кереткән, ә икенсеһе видеоға төшөрөп торған.
Малик Ильясов: Мал һуйыу цехына әйләнеп ҡайтайыҡ. Малды цехҡа алып барыу өсөн күп кенә аҡса сарыф итергә тура килә.
Рәмилә Иҫәнғолова: Ауылдың алыҫлығына ҡарап 3-4 мең һум килеп сыға.
Малик Ильясов: Шәхси хужалыҡтарға, мәҫәлән, 5-6 баш малын ҡайҙалыр ташып йөрөгәнсе Ырымбурҙан килгән алыпһатарҙарға биреп ебәреү яҡшыраҡ түгелме ни?
Рәмилә Иҫәнғолова: Шулай биреп ебәрәләр шул. Тере килеш тә, ит көйөнсә лә бирәләр. Быйыл беҙҙең аша мал бик аҙ үтә. Башҡа өлкәләрҙән машиналарға тейәп алып китәләр.
Малик Ильясов: Шул уҡ Ырымбур өлкәһен алайыҡ, уларҙа закон икенсеме ни?
Рәмилә Иҫәнғолова: Закон бер үк, тик мин улар өсөн яуап бирә алмайым. Унда контроль көслө түгел, тимәк.
Малик Ильясов: Ә ул яҡтарҙа мал һуйыу цехтары бармы?
Рәмилә Иҫәнғолова: Бар уларҙа. Төҙөйҙәр яйлап. Бына Татарстанда ла бер генә лә мал һуйыу цехы юҡ бит, тип һөйләйҙәр. Нисек булмаһын. Унда әлеге көндә 92 мал һуйыу цехы эшләп килә. «Меркурий» буйынса ла эш яйға һалынған.
Малик Ильясов: Әле беҙҙең районда ике мал һуйыу цехы бар. Покровкала һәм Киров исемендәге хужалыҡта. Таймаҫта ла булырға тейеш шикелле?
Рәмилә Иҫәнғолова: Таймаҫта ҡасан булыр икәнен әйтә алмайым. Бик күптән йыйына ла ул. Бында Ермолаевола бер цех буласаҡ. Беҙ бит гел әйтә киләбеҙ. Мал һуйыу цехтары күберәк булған һайын, яҡшыраҡ. География яғынан да, хаҡтар яғынан да күпкә отошло буласаҡ. Конкуренция булһа, хаҡтар ҙа төшәсәк.
Малик Ильясов: Әлеге хаҡты, бер баш малды һуйыу өсөн 1800 һумды, бик ҡыйбат тиҙәр.
Рәмилә Иҫәнғолова: Эйе, бөтәһе лә, бик ҡыйбат, ти.
Малик Ильясов: Башҡа ерҙәрҙә нисек икән һуң?
Рәмилә Иҫәнғолова: Мин республика буйынса кешеләр менән һөйләшеп торам. Бик күп ерҙә 1200 һум, ҡайһы бер ерҙә 1600 һум.
Малик Ильясов: Күмертауҙа ла мал һуйыу цехы кәрәк тип белдерәләр. Унда ла кәрәк тип уйлайһығыҙмы?
Рәмилә Иҫәнғолова: Ҡалала кәрәкмәйҙер, тип уйлайым. Ировкалар һәм башҡа яҡын-тирәләге ауылдар Мәләүезгә йөрөй.
Малик Ильясов: Ә бына сусҡа һуйыу цехы хаҡында нимә тиерһегеҙ? Районда яҡынса күпме сусҡа бар?
Рәмилә Иҫәнғолова: Сусҡалар районда күп түгел. 2 300 сусҡа бар. Шуға күрә сусҡа һуйыу цехы тураһында уйламайбыҙ. Сусҡа хужалары Мәләүезгә алып бара. Унда бер сусҡа салыу өсөн 700 һум тирәһе түләйҙәр.
Малик Ильясов: Ә районда күпме эре мал бар?
Рәмилә Иҫәнғолова: Шәхси хужалыҡтарҙа 14 мең баш тирәһе, КФХ-ларҙа 3 мең баштан артығыраҡ. Хужалыҡтарҙағы менән бергә районда барлығы 27 мең баш эре мал иҫәпләнә.
Малик Ильясов: Быны ни өсөн һорайым мин, мал һаны кәмеүгә табан бара бит.
Рәмилә Иҫәнғолова: Кәмей бара. Элек Ермолаевола ғына әллә нисә көтөү була торғайны. Хәҙер йүнләп мал да күренмәй.
Малик Ильясов: Эйе, 1-2 йыл элек, мәҫәлән, беҙҙең иҫәпләүҙәр буйынса ғына бер ауылда 400 баш мал булһа, хәҙер ул 40-ҡа ҡалды. Һеҙ ветеринар булараҡ нимә әйтерһегеҙ был хаҡта? Артабан нимә булыр һуң?
Рәмилә Иҫәнғолова: Халыҡ хәҙер мал тотҡоһо килмәй. Оло быуын кешеләре генә малһыҙ йәшәй алмай, ә йәштәрҙең мал ҡарағыһы килмәй. Мал аҙығы ла ҡыйбатҡа төшә. Шуға күрә малдың үҙҡиммәте лә юғары килеп сыға. Үҙең өсөн генә бер-ике баш мал тотоуҙан файҙа юҡ. Мал тотҡас, мал аҙығы әҙерләү менән дә шөғөлләнергә кәрәк. Бер юлы бер нисә төрлө эш алып барған саҡта ғына файҙаһы буласаҡ.
Малик Ильясов: Ә бына «Меркурий» электрон сертификаты ни өсөн кәрәк булды һуң? Баҙарға сифатһыҙ аҙыҡ-түлек эләкмәһен өсөнмө?
Рәмилә Иҫәнғолова: Был электрон система продукцияның етештереүсенән алып ҡулланыусыға тиклем барып етеүен күҙәтеп барыр өсөн кәрәк. Тере һыйырҙы программаға керетәһең һәм ул магазинға йә баҙарға барып еткәнсе күҙәтеү аҫтында була.
Малик Ильясов: Аңлауымса, ошо программа буйынса мал донъяға килгәненән алып күҙәтеү аҫтына алына түгелме? Шулай уҡ һәр бер малдың биркаһы буласаҡ.
Рәмилә Иҫәнғолова: Бына 1 июлдән биркаһыҙ малды «Меркурий» программаһына индереп булмаясаҡ та. Тиҙҙән хатта чип ҡуйылған биркалар буйынса малдың ҡайҙа йөрөгәнен табып буласаҡ, тип тә әйтәләр әле.
Малик Ильясов: Әйткәндәй, ауылдарҙа күпләп мал юғала ла, берәү ҙә уны тапмай ҙа ҡуя. Шундай осраҡтар күп бит. Был чиплы биркалар ҡуйылһа, бәлки, юғалған малды ла табыуы еңелләшер ине, тиһәк, бурҙар уның да әтнәкеһен табырҙар инде, биркалы ҡолағын киҫеп алып ташлап та китерҙәр.
Рәмилә Иҫәнғолова: Урлайым тигән кеше уның сараһын таба инде. Урланған малды шунда уҡ ҡайҙалыр алып китәләр, улар беҙҙең биләмәлә һатылмай. Тиҙҙән малдың биркаһы булмаһа, программаға индереп булмаясаҡ. Шулай уҡ тере малды һатып алған саҡта ла, һатып алынған малды карантинда тоторға тура киләсәк әле. Ветеринар врачтары ул малдың ҡанын алып, тикшерергә, күҙәтергә тейеш буласаҡ. Ҡағиҙәләр шулай. Бына ошоға тиклем йорт шарттарында малын һуйып, тикшерергә беҙгә алып килгәндәр икән, беҙ уларҙың итен тикшереп, келәймә ҡуйып, ярҙам итеп ебәрә торғайныҡ. Тағы ҡабатлап әйтәм, был тик мал һуйыу цехына күсеү осоронда ғына эшләнде, 1 июлдән бындай нәмә бөтөнләй булмаясаҡ. Кеше хәҙер төрлө сирҙән ҡурҡа. Күршеләрендә яңы мал күренһә лә, беҙгә шылтырата һалалар. Беҙ шунда уҡ барып тикшерә һалабыҙ. Сит мал күрһәләр көтөүселәр ҙә шылтырата, хатта. Бөтә булған мал ветеринария хеҙмәте аша үтергә тейеш. Беҙҙең ветеринарҙар һәр бер йортҡа йөрөй. Һәр бер малдың вакцинацияһын тикшерә, исемлеккә индерә. Малдарына вакцинация эшләтмәгән хужаларға административ яза ҡаралған. Ветеринария законы буйынса малдың хужаһы мотлаҡ вакцинация эшләтергә тейешле.
Малик Ильясов: Ҡайһы мал сирҙәренә ҡул һелтәп ҡарайҙар. Мәҫәлән, лейкоз.
Рәмилә Иҫәнғолова: Лейкоз менән хәлдәр яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе хәҙер. Шәхси хужалыҡтарҙа ул сир юҡ тиерлек.
Малик Ильясов: Ветеринария хеҙмәттәре лә түләүле бит әле.
Рәмилә Иҫәнғолова: Түләүле, әммә түләүһеҙҙәре лә бар.
Малик Ильясов: Кадрҙар менән проблема бармы һеҙҙә?
Рәмилә Иҫәнғолова: Кадрҙар менән проблема юҡ тиерлек. Тик квалификациялы белгестәр генә етешмәй. Юғары белемлеләр күп түгел.
Малик Ильясов: Рәмилә Хәмит ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Рәмилә Иҫәнғолова: Әңгәмә һуңында тағы бер ҡабатлап шуны әйткем килә. Йыл башынан алып беҙҙең ветеринария хеҙмәтендә бер ниндәй ҙә закон боҙоуҙар булманы. Нисек кәрәк беҙ шулай эшләйбеҙ. Беҙҙе кем генә килеп тикшермәне. Көн-төн тикшерәләр. Документтар тәртиптә. Мине бөтә яҡтан да ғәйепле итеп күрһәтмәксе булалар. Әммә был улай түгел. Яңы закон сыҡһа, һәр ваҡыт ныҡ ауырға тура килә. Быйыл ғына әллә күпме яңы закондар сыҡты. Беҙ бит кешеләр менән эшләйбеҙ. Ауыл кешеһенә лә нисектер ярҙам итке килә, шул уҡ ваҡытта законды ла боҙорға ярамай. Беҙҙе мал һуйыу цехтары ғына ҡотҡарасаҡ. Ни тиклем күберәк булһа улар, шул тиклем яҡшыраҡ буласаҡ. Беҙ бит ниндәйҙер ҙур цехтар талап итмәйбеҙ. Тейешле талаптарға яраҡлашҡан булһа, шул етә. Цехтар күп булған һайын, хаҡтар ҙа түбән буласаҡ. Иткә лә хаҡ артмаясаҡ. Халыҡ бөгөн шуны аңлаһын ине.
Читайте нас: