Все новости
Иҡтисад
22 Мая 2018, 11:26

ЭЛЕКТРОН ТЕРКӘЛЕҮ ҮТЕРГӘ САҠЫРАБЫҘ

«Меркурий» электрон сертификацияһы хаҡында күп тапҡырҙар яҙһаҡ та, бөгөн был темаға тағы бер тапҡыр әйләнеп ҡайтабыҙ, сөнки июль башланыуға ваҡыт бик аҙ ҡалды. Ә 1 июлдән иһә был электрон сертификацияһы тураһындағы закон, ниһайәт, тулыһынса үҙ көсөнә инәсәк.

«Меркурий» электрон сертификацияһы хаҡында күп тапҡырҙар яҙһаҡ та, бөгөн был темаға тағы бер тапҡыр әйләнеп ҡайтабыҙ, сөнки июль башланыуға ваҡыт бик аҙ ҡалды. Ә 1 июлдән иһә был электрон сертификацияһы тураһындағы закон, ниһайәт, тулыһынса үҙ көсөнә инәсәк.
Район һәм ҡала ветстанция начальнигы Рәмилә Хәмит ҡыҙы Иҫәнғолова, әйҙәүсе ветеринар врач (электрон сертификация буйынса белгес) Юлия Викторовна Тараскина һәм әйҙәүсе ветеринар врач (ветеринар-санитар эксперт) Гүзәл Фәрүәз ҡыҙы Ишбаева күмәкләшеп беҙгә был турала тулы белешмә бирҙе:
- «Меркурий» электрон сертификация менән эш быйыл 1 ғинуарҙан уҡ башланырға тейеш ине лә, әммә халыҡтың һаман әҙер түгел булыуын иҫәпкә алып, ярты йылға кисектерелгәйне. 1 июлгә тиклем ит, балыҡ, һөт, йомортҡа кеүек аҙыҡ-түлек менән һатыу итеүселәрҙең барыһы ла ветеринар станцияһына килеп, ғариза яҙып, электрон теркәлеү үтергә тейеш. Теркәлеү бушлай башҡарыла. Был инде июль башынан ҡағыҙ справкалар бөтөнләй булмаясаҡ, ә бөтә мәғлүмәт электрон рәүештә генә буласағы хаҡында һөйләй. Аҙыҡтың етештереүсенән алып, һатып алыусыға тиклемге мәғлүмәттәрҙе күҙәтеп барыу өсөн был ысул бик уңайлы. Шулай уҡ тере мал һатҡан саҡта ла электрон сертификация ҡулланыласаҡ. Кемдәр был системала эшләй башлаған, улар бик тә ҡәнәғәт. Районда һатыу менән шөғөлләнгәндәрҙең 80%-ы теркәлеү үтте. Ҡалғандары ғына һаман да нимәлер көтә әле. 1 июлдән башлап электрон сертификацияһынан тыш һатыу итеүселәргә ҙур күләмдә штраф һалынасаҡ. Ит, һөт, йомортҡа, тауыҡ ите, балыҡ кеүек аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеүсе эре предприятиеларҙан алып, бәләкәй генә магазиндар, кафелар, ашханалар, шәхси хужалыҡтарға тиклем барыһы ла бындай теркәлеү үтергә бурыслы. Беҙ һәр кешегә консультация бирәбеҙ, аңлатабыҙ. Интернет юҡ тигән сәбәп булырға тейеш түгел. Хәҙер һәр кешенең тиерлек телефонында интернет бар. Шуға күрә беҙ һеҙҙе 1 июлгә тиклем үк беҙгә килеп электрон теркәлеү үтергә саҡырабыҙ. Барлыҡ һорауҙар буйынса 6-23-19 телефоны буйынса шылтыратып белешә алаһығыҙ.
Читайте нас: