Күмертау - алдан китеп барыусы ҡала тигән исемде алғаны бирле, ай һайын тиерлек һәйбәт яңылыҡтар ишетәбеҙ: яңы завод асылды, шунса эш урыны булды... Бына сираттағыһы: тиҙҙән Күмертау ҡалаһына 10-сы резидент булып «Күмертау теплица комплексы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте киләсәк. Был йәмғиәт төҙөлөштә кәрәк булған бетон етештереү менән шөғөлләнә. Инвестицион проекттың маҡсаты булып тимер-бетон изделиелар етештереү производствоһы, ә һуңыраҡ теплица комплексы төҙөү тора. Был проектҡа 11,5 млн һум күләмендә инвестиция ҡаралған. Шулай уҡ был яңы резидент уртаса эш хаҡы 25 мең һум булған 20 яңы эш урынЫ булдырмаҡсы. Проект 2018-2022 йылдарҙа бойомға ашырыласаҡ.
Йәшелсәләрҙе ҡалала элек үҫтерҙеләр, әммә, заманалар үҙгәргәс, теплицалар ҙа юҡҡа сыҡты. Районда ла юҡ улар (шәхси кешеләрҙә генә бәләкәйҙәр бар), ә йәшелсәне беҙ ситтән алып киләбеҙ, Ырымбурҙан ғына йөҙәр тонналап инә. Күмертауҙа үҙ теплицаһын булдырыу, складтар төҙөү күптәнге хыялы ине ҡала властарының (аҡсаны ситкә ебәрмәҫкә кәрәк), һәм бына ул яйлап тормошҡа аша, ахыры.