Все новости
Иҡтисад
13 Июля 2018, 11:59

КҮМЕРТАУ ЮҠҠА ҺАЙЛАНМАНЫ

Шаршамбы көндө, 11 июлдә, Күмертауҙа «Иген конференцияһы» үтте. Уны Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы, Күмертау ҡалаһы Хакимиәте Рәсәй Иген Союзы менән берлектә ойошторҙо.

Шаршамбы көндө, 11 июлдә, Күмертауҙа «Иген конференцияһы» үтте. Уны Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы, Күмертау ҡалаһы Хакимиәте Рәсәй Иген Союзы менән берлектә ойошторҙо.
Конференцияға Башҡортостандың 45 районынан, Пермь, Ҡазан, Ырымбур, Сарапул, Һамарҙан барлығы 300-гә яҡын кеше килде.
Был сарала спикерҙар, конференцияла ҡатнашыусылар иген экспортын үҫтереү, уны тимер юлы транспортында ташыу, иген баҙарында ҡатнашыуслар өсөн яңы мөмкинлектәр аграр сәйәсәттең яңы трендтары, иген сифатын тикшереү, ауыл хужалығы етештереүселәренә яңы транспорт һатып алыуға субсидиялар хаҡында һөйләште, шулай уҡ берҙәм ауыл хужалығы һалымы тураһында фекер алышыуҙар булды.
– Быйыл республика аграрийҙары 2,8 млн. тонна иген йыйып алырға йыйына, ул республикалағы һуңғы бер нисә йыл эсендәге уртаса уңышлылыҡты тәшкил итәсәк, – тине Башҡортостан вице-премьеры, Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов.
Рәсәй Иген Союзы президенты Аркадий Злочевский: «Был миҙгелдә иген экспортын 30 млн. тоннала көтәбеҙ. Үткән миҙгелдә ул 40,8 млн. тонна тәшкил иткәйне. Былай аҙ йыйыуыбыҙ тулайым йыйымдың кәмеүе менән бәйле. Быйылғы ҡоролоҡ шарттарында иген йыйыу 135,4 млн. тоннанан 114 млн. тоннаға тиклем кәмейәсәк», – тине һәм бының сәбәптәре, иген экспорты хаҡындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Конференцияның икенсе – практик өлөшөндә унда ҡатнашыусылар «Элеватор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү ҡеүәттәре менән яҡындан танышты, аҙаҡ Күмертауҙың «Взлетный» паркына сәйәхәт ҡылды.
Борис БЕЛЯЕВ,
Күмертау ҡалаһы Хакимиәте башлығы:
Беҙ Күмертау ерендә «Иген конференцияһы» сараһында ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алдыҡ. Конференция темаһы ҡала өсөн ғәҙәти булмаһа ла, хәҙер Күмертауҙа майлы культураларҙы һаҡлау һәм эшкәртеү буйынса заманса предприятие – Маяҡ ауылындағы «Элеватор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшләй. Мин «Иген конференцияһы»нда ҡатнашыу өсөн Күмертауға килгән иген баҙарының 300 вәкиленә рәхмәтлемен. Конференция эше һөҙөмтәле һәм емешле булғандыр, тип уйлайым. Был сараны үткәреү урыны итеп тап бына беҙҙең территорияны һайлағаны өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә рәхмәттәремде еткерәм.
Рәмил ТУҠАЕВ,
Киров исемендәге хужалыҡ рәйесе:
Конференциянан крәҫтиән өсөн файҙаһы тейерҙәр, ауыл хужалығы етештереүселәренә иҡтисади яҡтан ярҙам итерҙәй мөмкинлектәр хаҡында ыңғай фекерҙәр ишетелмәне. Дөрөҫөн әйткәндә, бында иген етештереүселәрҙе яҡлаясаҡбыҙ, игенгә хаҡты күтәрәбеҙ, был крәҫтиән өсөн һәйбәт буласаҡ, тигән һүҙҙәр яңғыраманы. Беҙҙең иң ауыртҡан яҡтар ана шул бит инде. Үҫтергән уңышыбыҙҙы йылдың-йылы аралашсыларға арзан хаҡҡа һатып ебәрергә мәжбүрбеҙ. Мәҫәлән, быйыл улар көнбағышты 13-14 һумға алалар ҙа 21-22 һум менән һаталар. Ашлыҡты ла 3,5 һумға алып, 7-8 һум менән һаталар. Былтыр уңыш һәйбәт булһа ла, үҫтергәнде һата алмай ыҙаланабыҙ. Былар хаҡында ләм-мим. Һәр кемдең үҙ туҡһаны туҡан. Һалымдар буйынса ла «ҡыуандырҙылар». Был мәсьәлә буйынса һөйләгән ханым, әгәр хужалыҡ табышы 100 млн. һум тәшкил итһә, ул берҙәм ауыл хужалығы һалымы ла, НДС та түләйәсәк, тине. Тимер юлдан иген ташыу мәсьәләһе – бик ҡатмарлы, мәшәҡәтле һәм волокиталы мәсьәлә. Ҡыҫҡаһы, был сара беҙҙең файҙаға түгел.
Читайте нас: