Все новости
Иҡтисад
31 Августа 2018, 13:18

«КҮМФАБ» ТАРИХЫ

Былтыр ғына маҡталып асылған «КүмФаб» фабрикаһы банкрот тигән хәбәрҙе ишеткәс (унда береһе лә 15 мең һум эш хаҡы алмағанын белә инек, барған кеше лә бында оҙаҡ тормай, ҡаса икән тинеләр), аҫтағы бер телефонға «МАУ «Агентство по развитию территории» тигәнгә шылтыраттыҡ.

Былтыр ғына маҡталып асылған «КүмФаб» фабрикаһы банкрот тигән хәбәрҙе ишеткәс (унда береһе лә 15 мең һум эш хаҡы алмағанын белә инек, барған кеше лә бында оҙаҡ тормай, ҡаса икән тинеләр), аҫтағы бер телефонға «МАУ «Агентство по развитию территории» тигәнгә шылтыраттыҡ. Эшкә урынлашырға ине, алалармы? Эйе, тинеләр, үҙҙәренә шылтыратығыҙ. Шылтыраттыҡ. Телефондары бөтөнләй эшләмәй. Агентство: барып ҡарағыҙ, тип кәңәш һәм адресын бирҙе. Барҙыҡ. Ә унда амбарҙағы һымаҡ йоҙаҡ эленгән. Әпәт баяғы агентство номерын йыйып, бер кем дә юҡ, бикле бит, тибеҙ. Ундағылар, бәлки, бөгөн ялдарылыр, тиҙәр.
Ә ҡасандыр Күмертауҙа яңы фабрика асылған, инвестиция күләме 150 млн. һум тәшкил итәсәк, 1000 кеше йыялар, унда зарплата 30 мең һум икән тигән хәбәр сурытҡайнылар. Кем теләй, шуларҙы бушлай тегеүсе һөнәренә лә уҡыттылар. Күптәр бында эшкә урынлашып, эшләй башлағайны. Хатта, ситтән килгәндәр өсөн дөйөм ятаҡ булдырабыҙ, тип вәғәҙә итеп тә ташлағайнылар. Әле килеп шул ныҡ маҡтаған, яҡшы хеҙмәт хаҡы менән күптәрҙе бында йәлеп итергә тырышҡан урында ҙур йоҙаҡ эленеп тора.
Икенсе көнөнә тағы теге агентствоға шылтыратып ҡараныҡ. Улар һаман да бер нәмә лә белмәйбеҙ, белешербеҙ, тиҙәр. «Күмфаб»ҡа тағы барып килдек, унда тағы беҙҙе йоҙаҡ ҡаршы алды. Бер нисә көн үткәс кенә, ниһайәт, ҡаланың үҫеш агенствоһының директоры урынбаҫары Евгений Скотарев: «Беҙ белештек. «Күмфаб» эшселәре әлегә административ отпускыла. 10 сентябрҙән һуң асыласаҡтар», - тигән яуап ҡайтарҙы. Көтәбеҙ...
Читайте нас: