Свобода ауылында ошо көндәрҙә һәйкәл тирәһе тимер кәртәләр менән уратып алынды һәм бында плиталар һалынды. Бының өсөн «Реаль эштәр» программаһы буйынса республика бюджетынан 150 мең һум аҡса бүленгән. Шулай уҡ был эш өсөн силсәүит 10 мең һум ҡушҡан һәм халыҡтан 6 мең һум аҡса йыйылған.