Все новости
Иҡтисад
29 Января 2019, 13:26

ФЕВРАЛДӘ БИЛДӘЛЕ БУЛАСАҠ

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бер интервьюһында КүмАПП-ының хәлдәре тураһында ла әйтеп үткәйне.

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бер интервьюһында КүмАПП-ының хәлдәре тураһында ла әйтеп үткәйне.
- Беҙҙең вертолет заводы киләһе йылдарҙа ла контракт төҙөй алыр тигән ышаныс менән йәшәй. 2018-2019 йылдарға заказдар бар, әммә 2020 йылдан алып хәл башҡараҡ. Беҙ «Рәсәй вертолеттары» мәсьәләһе буйынса РФ сәнәғәт министры Денис Мантуров менән осраштыҡ. Беҙ был вертолет заводын юғалтырға теләмәйбеҙ. Шуға күрә, артабан ни эшләргә икән, тип, февралдә Башҡортостанда «Рәсәй вертолеттары» вәкилдәре менән оло кәңәшмә үткәрергә килештек, - тине ул.
Шулай итеп, КүмАПП-ының артабанғы яҙмышы хаҡында февраль айында билдәле буласаҡ. Яҡшы хәбәрҙәр генә көтәбеҙ.
Әйткәндәй, сүп өҫтөнә сүмәлә тигәндәй, хәҙер заводыбыҙ «градообразующий» тигән исемдән төшөп ҡалды (ТОСЭР үҙ эшен эшләне). Шуға ла хәҙер Күмертауҙың киләсәген КүмАПП менән генә бәйләү дөрөҫ түгел. Аҡса аҙ түләйҙәр бында, ҡыҫҡарталар, тип әйләнгән һайын лаф орҙолар, ситтән ҡарағанда, заводтың финанс хәле шәптән түгел һымаҡ күренде. Тик бынауы хат күҙгә юлыҡҡас, ҡалай ғәләмәт йәшәй икән дә баһа завод, ыһ та итмәй Пугачева өсөн 40 миллионды сығарып һала ала, икәненә инандыҡ.
Алла Борисовна аҡсаға шулай ныҡ мохтаж икән, бирһендәр шул, ҡала халҡы түҙеп торор, йәнә лә илдә аҙым һайын дауалауға смс менән тинләп аҡса йыйған балалар ҙа көтөп торор, Ҡурған мәктәптәрендә аслыҡтан хәлһеҙләнеп йығылған уҡыусылар ҙа сыҙап торор. Аслыҡ нимә инде, тормошта иң мөһиме йыр-моң. Әйҙә, кешеләр А. Пугачева йырҙарын тыңлап көс алһын, яҡты киләсәккә хәлһеҙ булһа ла аҙымдар менән ышаныслы атлаһын.
Читайте нас: