Все новости
Иҡтисад
29 Января 2019, 13:02

ҠЫЙЫНҒА ТУРА КИЛМӘҪМЕ?

Былтыр йыл аҙағында Рәсәйҙең 18 ҡалаһы моноҡала исемлегенән төшөп ҡалырға тейеш, исемлектә Күмертау ҙа бар ине. Тик улар 2019 йылдың апреленә тиклем ҡалдырылды.

Былтыр йыл аҙағында Рәсәйҙең 18 ҡалаһы моноҡала исемлегенән төшөп ҡалырға тейеш, исемлектә Күмертау ҙа бар ине. Тик улар 2019 йылдың апреленә тиклем ҡалдырылды.
Беҙҙең ҡалала бер нисә йыл эсендә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе (ТОСЭР) барлыҡҡа килде. Хәҙерге көндә инвесторҙар булышлығында Күмертауҙа тиҫтәгә яҡын эреле-ваҡлы предприятие эшләп килә. Улар араһында Маяҡ ауылында асылған «Сигма» май экстракцияһы заводы кеүек ҙур предприятие ла бар. Күмертау моноҡалалар иҫәбендә булғас, уларға биш йылға льготалар бирелде.
Күмертау - авиация заводы арҡаһында күк йөҙөн яулаған ҡала, бында йыйылған вертолеттар бөтә донъяға билдәле, ул ҡаланы социаль-иҡтисади яҡтан тотоп тороусы төп предприятие иҫәпләнә ине. Һуңғы йылдарҙа яңы предприятиелар асылыу арҡаһында КүмАПП был ролен юғалтты. Әгәр беҙ моноҡала түгелбеҙ икән, ул саҡта ТОСЭР сиктәрендә асылған предприятиеларҙың, ғөмүмән, ҡалабыҙҙың социаль-иҡтисади хәле ҡайһы яҡҡа үҙгәрәсәк? Был турала Күмертау ҡала Хакимиәте башлығы Борис Беляев түбәндәгесә яуап бирҙе: «Быйыл, апрелдә, моноҡалалар исемлеге үҙгәртеләсәк. РФ моноҡалаларҙы үҫтереү фонды, ул муниципалитеттар исемлеккә эләкһә лә, эләкмәһә лә, уларға ярҙам күрһәтеүҙе планлаштыра». Рәсәйҙең моноҡалаларҙы үҫтереү фонды директоры Ирина Макиева ла был йәһәттән ярҙам артабан да күрһәтеләсәге хаҡында айырып әйтте.
Ҡала Хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ буйынса белгестәре фекеренсә, Күмертау моноҡалалар исемлегенән төшөп ҡалһа ла, ТОСЭР сиктәрендә эшләүсе предприятиеларға бирелгән льготалар биш йыл буйы һаҡлансаҡ. Ә бына ҡалабыҙға килергә йыйыныусы яңы резиденттарға ундай льготалар булмаясаҡ. Был иһә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең үҫешенә ныҡ аяҡ салыуы бар. Артабан Күмертауға шул арҡала резиденттар табыуы ҡыйынға тура килмәҫме? Был мәсьәлә хәҙерге көндә көнүҙәккә әйләнә бара.
Читайте нас: