Все новости
Иҡтисад
1 Февраля 2019, 13:07

«УНДАЙ ЛИМОНАД БЕР ЕРҘӘ ЛӘ ОСРАМАНЫ»

Килем һалымдары кәмегән өсөн ҡайһы бер район етәкселәренә Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтан шелтә эләкте. Был исемлеккә Көйөргәҙе районы ла кергән.

Килем һалымдары кәмегән өсөн ҡайһы бер район етәкселәренә Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтан шелтә эләкте. Был исемлеккә Көйөргәҙе районы ла кергән.
Белеүебеҙсә, районда һалым буйынса килем ни өсөн кәмегәнлегенең төп сәбәптәренең береһе — спиртзаводтың ябылыуы. 150 йылдан ашыу эшләп килгән спирт заводы ябылып, 350-нән артыҡ кеше эшһеҙ, ә район һалымһыҙ ҡалды. Был турала күптән һөйләйбеҙ. Рөстәм Хәмитовҡа ла, Радий Хәбировҡа ла бер нисә тапҡыр хаттар яҙып ҡаранылар, әммә ошоға тиклем яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр булманы. Республиканан абруйлы комиссия килеп тикшереп китте, тик улар ҙа мәсьәләне хәл итә алманы.
30 ғинуарҙа район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов «Башспирт» акционер йәмғиәтенең генераль директоры Рәүеф Ноғоманов менән осрашып, Ермолаево спирт-араҡы заводының артабанғы яҙмышы хаҡында һөйләште. Рәүеф Сәмиғулла улы әйтеүенсә, бында эште яңынан тергеҙеп ебәрер өсөн 150 млн һум аҡса талап ителә. «Беҙ «Башспирт» етәкселеге менән берлектә яҡшы инвестор табырбыҙ һәм үҙебеҙҙең спирт заводы яңынан гөрләп эшләп китер, тип ышанам», - ти Әхәт Йәүҙәт улы.
Комиссия тикшереүҙәре күрһәтеүенсә, спирт заводы бинаһы ла, ундағы барлыҡ ҡорамалдар ҙа яҡшы һаҡланған. Шуға күрә үҙенән-үҙе: «150 млн һум уҡ аҡса ни өсөн талап ителә икән һуң?» - тигән һорау тыуа. Ошо һәм спирт заводы ваҡытында районға күпме килем килтергәне хаҡындағы һорауҙарҙы район хакимиәте башлығының иҡтисад, финанс һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Айрат Зөбәйеровҡа бирҙек.
- Комиссия килде, ҡараны, улар үҙҙәре ҡайҙа, нимә кәрәклеге хаҡында беләлер һәм шунан сығып был сумманы иҫәпләп сығарғандарҙыр. Заман менән бергә талаптар ҙа үҙгәрә, бәлки, яңы ҡорамалдар ҙа кәрәктер. Спиртзавод 2010 — 2011 йылдарҙа йылына 20 млн һум килем һалымы килтерә ине. Аҙағыраҡ инде был сумма кәмей башланы һәм завод бөтөнләй ябылды. Бында 380-гә яҡын кеше эш менән тәьмин ителгән ине, - тине ул.
Интернет селтәрендә лә спиртзавод яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныусылар, уның яңынан асылыуын түҙемһеҙләнеп көтөүселәр бихисап. Улар Әхәт Йәүҙәт улына: «Ҡасан хәл ителә инде, ҡасан асыла?» - тигәнерәк һорауҙарын бер-бер артлы яуҙырып ҡына тора. Бигерәк тә, халыҡ Ермолаево спиртзаводы етештергән лимонадтың тәмен онота алмай. Был турала олоһо ла, кесеһе лә бына нимә яҙа:
Сәлим ИШКИНИН, Төйлөгән ҡасабаһы:
- Мәктәптә уҡыған йылдарҙа йыш ҡына Павловка мәктәбенән олимпиадаларҙа ҡатнашырға Ермолаевкаға бара торғайныҡ. Шул ваҡытта иң тәүҙә магазинға кереп, «Ермолаевский ЛИМОНАД» алып, кинәнгәнсе эсеп, сумка тултырып ала инек. Ул шул хәтлем тәмле була торғайны, хәҙер һағынып һөйләргә генә ҡалды. Ҡайҙарҙа ғына йөрөргә тура килмәне, ундай тәмле ЛИМОНАД бер ерҙә лә осраманы. Бәлки, спиртзаводты яңынан асып, тағы ЛИМОНАД сығара башламаҫтармы икән?
Алмаз АҘНАБАЕВ, Яҡшымбәт ауылы:
- Лимонады натуральный ине бит. Уның тәме һаман ауыҙҙан китмәй.
Фәнис ХУСЕЙН, Күмертау ҡалаһы:
- Эйе шул, бигерәк тәмле ине...
Читайте нас: