Все новости
Иҡтисад
10 Октября 2019, 11:49

ЙОМАРТ ЯРЛЫ БУЛМАҪ

Байлыҡты, әгәр ҙә ул булһа, үҙеңә генә ҡыҫып, йәлләп ултырһаң яҡшымы икән? Юҡтыр. Байлыҡты өләшһәң, тағы ла нығыраҡ байыйһың тиҙәр. Йомарт кеше ярлы булмаҫ. Беҙҙең арала үтә бай кешеләр юҡ тип әйтеү дөрөҫкә тап килмәҫ, подземгазыбыҙ, Аллаға шөкөр, ярлы түгел. Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау участкаһы Бахмуттағы Масленникова Надежда Семеновнаға ҙур бүләк яһаған - уның ихатаһын кәртәләгәндәр. Бушҡа. Газпромды юҡҡа ғына достояние народа тимәйҙәр икән. Надежда Семеновна - тыл ветераны, хөрмәтле педагог. Был изге эштән һуң, иманыбыҙ камил, Ҡансыра газ һаҡлау станцияһы тағы ла нығыраҡ байыр, эштәре йәнә лә шәберәк алға китер, ә уға ҡараған авария эштәре идараһы начальнигы Антон Александрович Басовтың (эште уның егет-ҡыҙҙары башҡарған) изге ғәмәлдәрен теркәп барған дәфтәренә сираттағы матур һүҙҙәр өҫтәлер.
Малик ИЛЬЯСОВ
Читайте нас: