Все новости
Иҡтисад
2 Февраля 2020, 16:00

Үҙен аҡлаясаҡ

Былтыр Маяҡ май заводының киптереү-таҙартыу комплексында реконструкция эштәре башҡарылғайны. Хәҙер килеп ошо комплекс тулы көсөнә эшләй башланы.

Былтыр Маяҡ май заводының киптереү-таҙартыу комплексында реконструкция эштәре башҡарылғайны. Хәҙер килеп ошо комплекс тулы көсөнә эшләй башланы. Киптереү комплексының беренсеһе уҙған йылдың сентябрендә файҙаланыуға тапшырылғайны, ҡыш башында уның икенсе өлөшө сафҡа инде. Заводҡа сеймал туранан тура баҫыуҙарҙан килгәнен иҫәпкә алғанда, бындай ҡоролманың булыуы предприятие өсөн файҙалы, сөнки эшкәртеү өсөн күберәк көнбағыш ҡабул итергә мөмкин.
Вячеслав Малютин, директор урынбаҫары: - Комплексты техник йәһәттән үҙгәртеп ҡороу 330 млн. һумға төштө. Ләкин сарыф ителгән аҡса үҙен тулыһынса аҡлаясаҡ, тип ышанабыҙ. Сөнки хәҙер минут һайын 400 килограмм май етештереүгә һәләтлебеҙ. Андрей Игнатьев, май һығыу цехы начальнигы: - Беҙ үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияны бөгөн Балтик буйы республикаларына, Белоруссияға, Ҡаҙағстанға, Үзбәкстанға, Иранға һатабыҙ. 2019 йылда Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән дә бәйләнештәр булдырҙыҡ. Сит илдәргә һатҡан тәүге 36 мең тонна көнбағыш майының 4 меңен Ҡытайға оҙаттыҡ.
Читайте нас: