Все новости
Иҡтисад
18 Апреля 2020, 11:00

Башҡортостан халҡына кредит һәм ипотека каникулын нисек юлларға?

Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, беҙҙең республика – иң күп кредит алынған төбәктәрҙең береһе. Бер яҡтан, был яҡшы – кешеләр фатир, автомобилдәр ала, ә икенсе яҡтан ҡарағанда, көрсөк тыуған осраҡта, бурыстарҙың күп булыуы насар эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.

Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, беҙҙең республика – иң күп кредит алынған төбәктәрҙең береһе. Бер яҡтан, был яҡшы – кешеләр фатир, автомобилдәр ала, ә икенсе яҡтан ҡарағанда, көрсөк тыуған осраҡта, бурыстарҙың күп булыуы насар эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.Әгәр килеп тыуған хәл арҡаһында һеҙ кредитығыҙҙы артабан түләй алмауығыҙҙы аңлаһағыҙ, кисекмәҫтән банкка реструктуризация яһауҙы һорап мөрәжәғәт итегеҙ.Мәҫәлән, һеҙ ике йыл дауамында ай һайын һигеҙ мең һум түләргә тейешһегеҙ. Был аҙ сумма түгел, өҫтәүенә эшегеҙҙә проблемалар башланды. Һеҙ банк менән яңы килешеү төҙөйһөгөҙ һәм һигеҙ мең урынына дүрт мең һум түләй башлайһығыҙ, әммә түләү ваҡыты ике тапҡырға күбәйә, йәғни дүрт йыл була. Әлеге хәл-торошта банктар ҙа граждандарҙың бындай үтенес-һорауҙарын хәл итеүгә ыңғай ҡарай. Әгәр банк ҡуйған шарттар ҡәнәғәтләндермәһә, һеҙ кредит каникулына ғариза яҙыу хоҡуғына эйәһегеҙ. Уның ике шарты бар:- уртаса айлыҡ килемегеҙ 2019 йыл менән сағыштырғанда 30 проценттан күберәккә кәмене;- ипотека өсөн алынған кредит күләме 1,5 миллион һумдан, автокредит – 600 мең һумдан, шәхси эшҡыуарлыҡ өсөн ҡулланыусылар кредиты – 300 меңдән, физик шәхестәр өсөн ҡулланыусылар кредиты – 250 меңдән, кредит карталарының суммаһы 100 мең һумдан артмаҫҡа тейеш. Был һорау менән 2020 йылдың 30 сентябренә тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин. Банк биш көн эсендә ғаризағыҙҙы ҡарап, яуап бирергә тейеш. Финанс хәл-торошоғоҙҙо раҫлау өсөн һалым инспекцияһынан йәки эш урынындағы бухгалтериянан белешмә (2-НДФЛ формаһы), мәшғүллек үҙәгендә тороуҙы раҫлаған белешмә йәки рәсми тултырылған ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы тапшырыу шарт. Уларҙы шунда уҡ бирә алмаһағыҙ, ғариза яҙғандан һуң 90 көн эсендә тапшырырға ла мөмкин. Ғаризала кредит каникулын ҡасандан алырға теләүегеҙҙе аныҡ күрһәтегеҙ. Дата ғәҙәти кредиттар буйынса 14 көн, ипотека кредиты буйынса бер ай алдан күрһәтелә ала. Әгәр аныҡ көндө күрһәтмәһәгеҙ, ипотека каникулының башланыу датаһы банкка мөрәжәғәт иткән көндән һанала. Һеҙгә бирелгән льготалы осорҙа:- Алты айға тиклем кредиттарҙы түләмәй торорға мөмкин.- Банк пеня, штраф һалмай, бурысты алдан түләүҙе талап итә алмай, кредит тарихы боҙолмай.- Кредит картаһынан аҡса алырға ярамай.- Проценттар һалыныу дауам итә: кредит буйынса уртаса баҙар ставкаһының өстән ике өлөшө (уның күләме һеҙ алған кредиттың төрөнән һәм суммаһынан сығып билдәләнә, был исемлекте Үҙәк банк раҫлай. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәтте банкта алырға мөмкин), ә ипотека кредиты өсөн – тулы ставка.Иҫәпләнгән проценттарҙы төп бурысты ҡаплағандан һуң түләргә тура киләсәк. - Кредит картаһы буйынса – ай һайын бер үк күләмдә ике йыл дауамында.- Ҡулланыусылар һәм ипотека кредиты – шулай уҡ бер үк күләмдә, әммә ул һеҙҙең бығаса түләгән айлыҡ суммағыҙҙан артыҡ булмаҫҡа тейеш.
Мөһим!
Был мөмкинлек менән бер тапҡыр ғына ҡулланып була, каникул тамамланыу менән һеҙгә банк тарафынан төҙөлгән яңы график буйынса түләй башларға тура киләсәк. Шуға күрә әле кредитығыҙҙы түләй алырлыҡ хәлдә булһағыҙ, каникулға хоҡуғығыҙ менән файҙаланырға ашыҡмағыҙ. Бәлки, ул ҡасан да булһа, ысынлап кәрәгер.
Әйткәндәй
Асылда, әлеге ваҡытта ипотека каникулдарының ике төрө бар – «көрсөккә ҡаршы» һәм «стандарт». Уларға ҡағылышлы ҡағиҙәләр былтыр, коронавирус хаҡында бер кем дә белмәгән саҡта уҡ ҡабул ителде. Улар бер-береһенә ҡаршы килмәй, ә киреһенсә тулыландыра. Йәғни, һеҙ быға тиклем «иҫке» төрҙәге каникул менән файҙаланған булһағыҙ, хәҙер яңы законға яралы, тағы берҙе каникулға сыға алаһығыҙ. «Иҫке» каникулды эшегеҙҙе юғалтҡан, ныҡ ауырып киткән, инвалидлыҡ алған, эш хаҡы ныҡ кәмегән һәм бала тыуған осраҡта, ипотека кредитына ғына ҡулланырға мөмкин. Кредиттар буйынса проценттар күләме лә, дөйөм бурыс суммаһы ла үҙгәреш кисермәй. Ипотека каникулы һеҙҙең банк менән төҙөшкән килешеү ваҡытын ғына бер ни тиклем үҙгәртә. Йәғни, ипотеканы түләү ваҡыты каникул осорона ҡарап оҙоная.
ИҒТИБАРҒА АЛЫҒЫҘЭшһеҙлек буйынса пособие тураһында нимә белергә кәрәк
Бынан алда һөйләүебеҙсә, ил Президенты Владимир Путин коронавирус менән килеп тыуған хәл арҡаһында эшһеҙлек буйынса пособиеның максималь күләмен 8 меңдән 13949 һумғаса арттырҙы. Уны мәшғүллек буйынса үҙәктә иҫәптә тороусылар ғына алыу хоҡуғына эйә. Пособие күләме төрлөсә, ул һеҙҙең элекке эшегеҙҙәге килем күләменә бәйле буласаҡ. Тәүге өс айҙа элекке килемегеҙҙең 75 процентын ала алаһығыҙ, әммә ул максималь пособие күләменән күберәк була алмай. Артабан өс ай дауамында – 60 процент. Йәғни, максималь күләмдәге пособиеға 18598 һумдан күберәк эш хаҡы алыусылар дәғүә итә ала. Мәҫәлән, һеҙ магазинда һатыусы булып эшләп, айына 30 мең һум эш хаҡы алдығыҙ һәм ҡыҫҡартыуға эләктегеҙ, ти. Мәшғүллек үҙәгенә торғандан һуң, ярты йыл максималь күләмдәге пособие – 13949 һум аласаҡһығыҙ. Был элекке пособие менән сағыштырғанда 6000 һумға тиерлек күберәк. Әгәр һеҙ 15 мең һум алып эшләгән булһағыҙ, тәүге өс айҙа пособие – 11250, артабан 9000 һум буласаҡ.Мөһим мәл. Владимир Путиндың ҡарарына яралы, быйылғы йылдың 1 мартынан һуң эшһеҙ ҡалған ғаиләле граждандарға киләһе өс айҙа бәлиғ булмаған һәр бала өсөн өҫтәмә өсәр мең һум түләнәсәк. Быға тиклем бер ҡайҙа ла эшләмәгән, рәсми рәүештә эшкә төшмәгән йәки дисциплинаны боҙған граждандар элеккесә минималь пособие аласаҡ. Башҡортостанда ул – 1725 һум. Эшһеҙ булараҡ иҫәпкә тороу өсөн мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әле үҙаллы изоляция осоро дауам итә, шуға күрә быны интернет аша rabota.bashkortostan.ru сайтына мөрәжәғәт итеп, эшләргә мөмкин. Ун көн дауамында мәшғүллек үҙәге эшкә урынлашыу өсөн ике вариант тәҡдим итәсәк. Әгәр һеҙгә ярашлы вакансия табылмаһа, кеше мөрәжәғәт иткән көнөнә эшһеҙ тип табыла һәм ул пособие алыуға хоҡуҡлы була. Хеҙмәт мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы һорауҙарығыҙҙы «ҡыҙыу линия»ға шылтыратып бирә алаһығыҙ: 8-800-707-88-41, +7(347)218-07-25, 218-06-47, 280-88-17, +7960-8066545 (для WhatsApp).
Читайте нас: