Ҡалаға БР Иҡтисад министры урынбаҫары Татьяна Штоль килгәйне, хакимиәттә шул турала һүҙ булды. Юғары технологиялы нефть ҡорамалдары сығарыу заводын «ОЙЛТИММАШ» йәмғиәте төҙөргә уйлай. Инвестиция күләме – 300 млн. һум. Завод 2025 йылда эшләй башлаясаҡ. Цехтары элекке легендар «Искра» заводының машиналар төҙөү корпусында һәм Маяҡ ауылында була. Һәммәһе 900 яңы эш урыны буласаҡ, ти инвесторҙар (күмертауҙар өсөн Себер онотолор инде).