Иҡтисад
11 Июля 2021, 15:34

Башҡортостан халҡы өсөн ғәҙәти булмаған һәм бушлай 10 онлайн-сервис

1 июлдән Владимир Путин тарафынан иғлан ителгән яңы пособиеларҙы түләүгә ғаризалар ҡабул ителә башланды. Уларҙы юллау өсөн бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй, бары тик электән яйға һалынған алымға ярашлы «Дәүләт хеҙмәттәре» аша ғариза ҡалдырырға ғына кәрәк. Быны мобиль телефон аша ла, компьютер ярҙамында ла башҡарып була. Ә интернетты ҡулланып тағы нимәләр эшләргә мөмкин? Беҙ ҡыҙыҡлы һәм артыҡ билдәле булмаған дәүләт онлайн-сервистарын һәм мәғлүмәт базаларын бергә тупланыҡ. Улар һеҙҙең тормошто ҡыҙыҡлыраҡ һәм уңайлыраҡ итер, тип ышанабыҙ.

1 июлдән Владимир Путин тарафынан иғлан ителгән яңы пособиеларҙы түләүгә ғаризалар ҡабул ителә башланды. Уларҙы юллау өсөн бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй, бары тик электән яйға һалынған алымға ярашлы «Дәүләт хеҙмәттәре» аша ғариза ҡалдырырға ғына кәрәк. Быны мобиль телефон аша ла, компьютер ярҙамында ла башҡарып була. Ә интернетты ҡулланып тағы нимәләр эшләргә мөмкин? Беҙ ҡыҙыҡлы һәм артыҡ билдәле булмаған дәүләт онлайн-сервистарын һәм мәғлүмәт базаларын бергә тупланыҡ. Улар һеҙҙең тормошто ҡыҙыҡлыраҡ һәм уңайлыраҡ итер, тип ышанабыҙ.

Ер участкаһы алыу
Башҡортостан халҡы ер менән бәйле һорауҙарын «Дәүләт хеҙмәттәре» республика порталы gosuslugi.bashkortostan.ru ярҙамында хәл итә ала. Айырым теркәлеү кәрәкмәй, бары тик «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә раҫланған биттең булыуы ғына зарур. Унда ер участкаһын бушлай ҡулланыуға алырға йәки бер категориянан икенсе төрлөгә күсерергә мөмкин. Йыл аҙағына тиклем тағы туғыҙ хеҙмәт менән ҡулланып буласаҡ, улар араһында ер участкаһы урынына аҡсалата компенсация алыу ҙа бар.

Отпуск алдынан кешенең (үҙеңдең) бурыстарыңды тикшереү
Суд приставтары хеҙмәтенең асыҡ мәғлүмәттәр базаһында fssp.gov.ru/iss/ip кешенең исем-шәрифен индереп, бурыстарын белергә мөмкин. Әлбиттә, быны суд ҡарары үҙ көсөнә ингәс һәм бурыстарҙы мәжбүри түләтеүгә биргәс кенә белеп була. Ғәҙәттә был исемлеккә алименттар, кредиттар, һалымдар һәм ЮХХДИ штрафтары инә.
Айырыуса сит илгә ялға юлланыр алдынан үҙең һәм яҡындарың тураһында мәғлүмәтте ҡарау мөһим. Был бигерәк тә быға тиклем базала булғандарға ҡағыла. Йыш ҡына шулай ҙа була: кеше үҙенең бурысын түләп бөтә, әммә уны базанан алырға оноталар һәм ул рәсми рәүештә һаман да бурыслы булып күренә. Сик буйы һаҡсыларына быны аңлатып булмай, ә 30 мең һумдан күберәк бурыс менән сит илгә сығармайҙар.

Банктарҙа ябылмай ҡалған иҫәптәрҙе тикшереү
Һалым хеҙмәте бик шәп интернет-сервистарға эйә. Шәхси кабинетта (lkfl2.nalog.ru/lkfl/login) үҙеңдең бурыстарыңды, милкеңде тикшерергә, 3-НДФЛ декларацияһы һәм һалым түләүҙәренә ғариза бирергә, банктарҙа асылған иҫәптәрҙе ҡарарға мөмкин. Быны эшләү бик мөһим, мәҫәлән, кредитты тулыһынса түләп бөтөп тә иҫәпте япмаһаң, бер нисә йылдан банк, һеҙҙе иҫкәртеп тә тормайынса, уны алып барған өсөн аҡса талап итеүе ихтимал. Көндәрҙән бер көндө һеҙгә ҙур ғына суммалағы иҫәп тә килеп төшөүе бар. Шуға күрә барыһын да ваҡытында хәстәрләү мөһим. Был сервис бушлай.

Мираҫты белешеү
Федераль нотариаль палатаның сайтында notariat.ru/ru-ru/help/probate-cases/ мәрхүм булған кешенең мираҫына бәйле эш асылыу-асылмауын тикшереп, уның ҡайһы нотариуста булыуын, адресын һәм телефонын, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклекте белешеп була. Бының өсөн мәрхүмдең исем-шәрифен, ә инде эҙләүҙе тиҙерәк башҡарыу өсөн тыуған һәм үлгән көндәрен белеү ҙә етә. Был хеҙмәт бушлай һәм уның менән теркәү үтмәйенсә лә ҡулланырға мөмкин.

Шәжәрәңде юллау
1917 йылдың майынан октябренә тиклем Рәсәйҙә ауыл хужалығы буйынса иҫәп алыу үтә. Был документтар илдең биш кенә төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, һаҡланып ҡалған. 2020 йылдың башында ошо иҫәп алыуға ҡағылышлы 5,7 мең документ basharchive.ru/ сайтында асыҡ ҡулланылышҡа һалынды. Был – үҙенең нәҫел тамырҙары менән ҡыҙыҡһынған кешеләр өсөн иҫ киткес ҙур мөмкинлек.

Үҙмәшғүл булараҡ теркәлеү
2020 йылдан ҙур булмаған бизнес менән шөғөлләнгән кешеләр «үҙмәшғүл» булараҡ теркәлә һәм бер ниндәй ҙә һалым тикшереүҙәренән ҡурҡмайынса аҡса эшләй ала. Был алым фотографтар, матурлыҡ оҫталары, «бер сәғәткә оҫта» саҡырыуы буйынса эшләүселәр, ҡуртымға торлаҡ биреүселәр һәм башҡалар өсөн ҡулай. Төп шарт – эшкә башҡа кешене алмау һәм йыллыҡ килемдең 2,4 миллион һумдан артмауы (айына уртаса – 200 мең һум). Үҙмәшғүлдәр айлыҡ, квартал һәм йыллыҡ отчеттар бирмәй. Уларға касса аппараты ла кәрәкмәй.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең «Минең һалымым» мобиль ҡушымтаһы йәки «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша теркәлергә мөмкин. Был эш бер нисә минут ваҡытты ала. Ҡағыҙ ғариза тултырырға кәрәкмәй. Сканер аша паспорт күсермәһен һәм фото ебәрергә генә кәрәк буласаҡ. Фотоны смартфон камераһы ярҙамында төшөп һалырға ла мөмкин.

Алкоголдең легаль булыуын тикшереү
Рәсәйҙә етештерелгән һәм һатылған барлыҡ алкоголь продукцияһы иҫәпкә алына: һәр шешәгә штрих-кодтан тыш шәхсән һан күрһәтелгән тағы бер ярлыҡ ҡуйыла. Был мәғлүмәт ЕГАИС, йәғни илдә етештерелгән барлыҡ алкоголь продукцияһы тураһында берҙәм мәғлүмәт базаһынан алына.
Шешәнең һанын Рәсәй алкоголде иҫәпкә алыу хеҙмәтенең рәсми сайтында public.fsrar.ru/checkmark йәки «Антиконтрафакталко» ҡушымтаһы (андроид һәм айфон өсөн айырым) аша тикшерергә мөмкин. Был эш ябай ғына башҡарыла: акциз маркаһын сканер аша үткәрһәгеҙ, система һеҙгә эсемлектең маркаһы, күләме, ҡатылығы, етештереүсе, шулай уҡ һатып алған урын һәм ваҡыт тураһында барлыҡ мәғлүмәтте әйтеп бирә.

Үҙегеҙгә кәрәкле министрлыҡҡа мөрәжәғәт итеү
Әгәр берәй сетерекле хәл йәки ғәҙелһеҙлек менән осрашһағыҙ, элеккесә ҡағыҙ тултырып ялыу яҙырға кәрәкмәй. Бының өсөн ике рәсми ресурс бар. Беренсеһе – «Башҡортостан Республикаһы власть органдарының электрон ҡабул итеү бүлмәһе» letters.bashkortostan.ru/
Икенсеһе – «Кире бәйләнеш платформаһы». Һәр министрлыҡтың һәм ведомствоның сайтында «Мөрәжәғәт яҙыу» тигән төймә бар. Мөрәжәғәт итеү өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә теркәлергә кәрәк. Шулай уҡ ошо сервистың «Госуслуги.Решаем вместе» тип аталған мобиль версияһы менән дә ҡулланырға мөмкин.

Предприятиеның кем ҡарамағында булыуын белешеү
Һалым хеҙмәтенән тағы бер яҡшы ғына сервис: egrul.nalog.ru. Ойошманың атамаһын йәки ИНН-ын индерегеҙ һәм бер нисә минуттан кәрәкле мәғлүмәткә эйә булырһығыҙ. Йәки кешенең фамилияһын ғына яҙып, уның исеменә теркәлгән компаниялар исемелеген белеп була. Был сервис тулыһынса бушлай.

Участка, йорт йәки фатирҙың хаҡын белешеү
Росреестрҙың сайтында pkk5.rosreestr.ru асыҡ кадастр карта урынлаштырылған. Уның ярҙамында объекттың сиктәрен, рәсми тәғәйенләнешен һәм кадастр хаҡын белергә мөмкин.

Камера йәки сканерҙы код өҫтөнә ҡуйығыҙ, һәм телефон кәрәкле хеҙмәттең битен асасаҡ.
Ер участкаһы алыу
Кешенең йәки үҙеңдең бурыстарыңды белеү
Банктарҙа ябылмай ҡалған иҫәптәрҙе тикшереү
Мираҫты белешеү
Шәжәрәңде юллау
Үҙмәшғүл булараҡ теркәлеү
Алкоголдең легаль булыуын тикшереү
Үҙегеҙгә кәрәкле министрлыҡҡа мөрәжәғәт итеү
Предприятиеның кем ҡарамағында булыуын белешеү
Участка, йорт йәки фатирҙың хаҡын белешеү

Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас