Сессия аҙағында Ольга Николаевнаға һүҙ бирҙеләр. Уны тыңламау ҙа мөмкин булмағандыр: Күмертау ошо заводҡа күҙ терәп тора.
Заводта әле 2700 кеше эшләй, тине директор, уртаса эш хаҡы - 44 мең һум. Беҙ киләсәккә ҙур ышаныс менән ҡарайбыҙ, быйыл, мәҫәлән, КүмАПП 9 яңы вертолет сығарасаҡ, бынан тыш, беспилотниктар эшләй башлайбыҙ, пилотһыҙ аппараттарға заказ 40, торараҡ йылына 100 аппарат сығарыуға күсербеҙ тип өмөт итәбеҙ.