Все новости
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
21 Сентября 2018, 13:14

БЫЙЫЛ КРАСНОУСОЛДА БУЛДЫ

Үткән шаршамбы бәрәкәтле Ғафури ерендә көньяҡ зонаға ҡараған барлыҡ журналистарҙың фестивале үтте.

Үткән шаршамбы бәрәкәтле Ғафури ерендә көньяҡ зонаға ҡараған барлыҡ журналистарҙың фестивале үтте. Йыл да төрлө ерҙә үткән семинар быйыл Красноусолда булды.


Республиканың көньяғына ҡараған ҡәләм әһелдәре күп йыйылды. Ғафури районы башлығы, беҙҙең агентство һәм предприятие етәкселеге сығыштары, секциялары, ултырыштары һәм, иң мөһиме, үҙ-ара аралашыу күңелгә хуш килде.

Ғафуриҙа хәбәр һөйләп кенә үтмәне ваҡытыбыҙ, был сәфәрҙә иң ҡыҙыҡ өлөшөнөң береһе Инйылға ауылындағы страус фермаһына барыу булды. Страус тигәс тә, был фермала страустар ғына түгел, әллә ниндәй беҙ ғүмерҙә күрмәгән кейектәр ҙә бар икән. Туристар өҙөлмәй бынан. Бер ғаилә Себерҙән ҡайтҡан да ошолайтып ҙур ферма асҡан да ебәргән. Страус йомортҡаһы алып ҡайтып булмаҫмы, бер йомортҡа алып ҡайтһаң, аҙна буйы ашарға етер ине, тип уйлаһаҡ, ҡайҙа унда, страустың бер күкәйе 1200 һум, ә ҡабығы ғына 500 һум тора. Нимәһе ҡыҙыҡ: әллә күпме экзотик януар-ҡош араһында ябай һыйы рҙы ла ҡуйғандар. Һыйырҙың ни ҡыҙығы, тип һорағайныҡ, көлмәгеҙ, ҡала кешеһе өсөн һыйыр ҙа һирәк хайуан ул, тинеләр.

Был семинарҙа беҙҙе сюрприз да көткән: ауыл хужалығы бүлеге мөдире Розалия Назарова Башҡортостан Журналистар союзының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнһә, “Юшатыр” гәзите Ирекмәндәр йылына арналған конкурста беренсе урынды яуланы.
Читайте нас: