Все новости
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
28 Декабря 2018, 14:30

ЭТ МЕНӘН ЭТ БУЛМАНЫҠ

Яңыраҡ ҡына республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса үтәүсе Радий Хәбировты бер хәл ныҡ асыуландырҙы.

Яңыраҡ ҡына республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса үтәүсе Радий Хәбировты бер хәл ныҡ асыуландырҙы. Бер район башлығы ғәрип балалар шыршыһына һуңлап килгән. Быныһы ярар әле, килгәс, хакимиәт етәксеһе шартына килтереп, телмәр тотҡан – райондың социаль-иҡтисади хәле тураһында һөйләгән. Бәләкәс балаларға, Ҡыш бабайҙан күстәнәс, йырҙар, шаян һүҙҙәр, яҙмыш тарафынан былай ҙа ҡыйырһытылған, шунлыҡтан иркә-наҙға тағы ла нығыраҡ мохтаж балаларға район күпме иген һуғып алған, инвестиция күләме күпме булған (инвестиция тигән һүҙҙе балалар аңланымы икән?), бюджет нисек үтәлгән, «Берҙәм Рәсәй» партияһы ниндәй яҡшы эштәр эшләгән – барыһын да түкмәй-сәсмәй еткергән. Әйтерһең, башлыҡ ҡаршыһында байрамға күңел асырға, күстәнәстәр алырға, уйнап-көлөргә килгән ғәрип балалар түгел, ниндәйҙер етди партия ултырышына килгән депутат-чиновниктар ултыра.


Беҙ ҙә барыбыҙ бөгөн теге район башлығы ише, үткәндәргә йомғаҡ яһайбыҙ. «Юшатыр»ға ла ҡоро статистикаға бирелмәй генә нәтижә яһар мәл етте.

Ил күргәнде ир күрә, тигәндәй, беҙҙең уҡыусыларға нимә ҡағылған, шулар беҙҙе лә урап үтмәне. Гәзит уҡыусыларын борсоған барлыҡ һорауҙарҙы ла күтәрергә тырыштыҡ, юғары ҡатлам вәкиле булһаҡ, бәлки, сит илдәрҙә ял итеү, аҡсаны ниндәй валютала һаҡлау–долларҙамы, евроламы – тигән кеүек темаларға туҡталыр инек, тик беҙҙе башҡараҡ темалар ҡыҙыҡһындырҙы: юлдар, эш хаҡтары, эшһеҙлек, хужалыҡ хәлдәре, ғүмер оҙонлоғо, тыуым-үлем... Беҙҙең өсөн һәр фекер мөһим ине, ҡапма-ҡаршы булған фекерҙәрҙе гәзит биттәренә бирергә ынтылдыҡ, компетентлы кешеләрҙән теге йәки был темаға ҡараштарын белештек. Беҙҙеңсә, былар бик үк насар килеп сыҡманы кеүек.

Хәҙер һәр ҡыбырлаған кеше лә социаль селтәрҙәрҙә, интернетта ултыра. Р. Хәбиров көсләп тигәндәй ошоңарсы интернеттан ҡасҡан түрәләрҙе лә социаль селтәрҙәрҙә теркәтте. Был һәйбәт ысул, кеше сходҡа аҙ йөрөй, унда ла әйтерен барыбер әйтмәҫкә лә мөмкин, ә интернетта әйҙә, рәхәтләнеп яҙ. Тик бында ла бер әтнәкәһе бар – аноним, йөҙҙәренә битлек кейгән әҙәмдәргә хөрриәт асылды, бар донъяға булған асыуҙарын кемгәлер төшөрә башланылар. Әлбиттә, барыһы ла насарҙы яҙмай, объектив яҙғандары ла байтаҡ, тик барыбер ҙә битлек кейгәндәрҙең күбеһе битһеҙ кеше булып сыға. Был күренеш чиновниктарға ғына ҡағылманы, беҙҙе лә урап үтмәне ул, күбеһенә иғтибар итмәнек – был донъяның кеме юҡ – ҡайһы берҙәренә яуап бирергә маташтыҡ. Шуға ла беҙҙең менән туранан-тура һөйләшкән, һорауын йәшертен биргәндә лә (ундайҙар «Юшатыр»ға күп яҙа) кеше шәхесен бысратмай, ғәҙел һорау биргәндәргә рәхмәтлебеҙ. Ғөмүмән, интернет аша ауылдарында булған сараны шунда уҡ беҙгә ебәреүселәр артты, хатта видеоһына тиклем ебәрәләр – ысынлап әйтәм, бындай хаттар килгәндә үҙемде донъялағы иң бәхетле кеше итеп тоям – гәзит уҡымлы, кәрәк тауар икән бит - уҡыусылар кемгәлер түгел, тап беҙгә ебәрәләр хаттарын.

Улар конвертта ла, интернет аша ла килә, коллективта ике генә ижади хеҙмәтҡәр эшләүенә ҡарамаҫтан, гәзиттә урын табыуы ифрат ҡыйын. Тик был проблема беҙҙең өсөн күңелле проблема, артабан да был бәлә беҙҙе ташлап китмәһен ине.

Эт йылында урам эте тормошо менән йәшәнек, тип әйтеп булмай, иҫәнбеҙ, теүәлбеҙ, шуныһына шөкөр. Хатта маҡтанырлыҡ ерҙәребеҙ ҙә бар. Т. Шаһманов атҡаҙанған исеме алды, Р. Назароваға БР Ауыл хужалығы министрлығы Рәхмәт хаты тотторҙо. Был ҡаҙаныштарға ҡыуанырға кәрәк, эшеңде күрһәләр, һәйбәт бит. Шулай ҙа беҙҙең өсөн иң мөһиме уҡымлы гәзит сығарыу булды, мәҫәлән, интернетта өс-дүрт көн элек булған хәл-ваҡиғаны гәзит битенә күсереп яҙыуҙы күп гәзиттәр шөғөл итеп алды, беҙ был юлдан ҡасырға тырышабыҙ, «Юшатыр»ҙа баҫылған материал тик «Юшатыр»ҙыҡы ғына булырға тейеш. Һәм барлыҡ материалдар ҙа оператив булыуы мотлаҡ. Ошо принциптарға тоғро ҡалырға тырыштыҡ, кисә үк хатта үтек тә һөйләгән хәбәрҙе бөгөн яҙмаҫҡа, яҙған хәлдә лә тап «Юшатыр»са итеп яҙырға тигән маҡсат менән эшләнек.

Тиражға ла ҡағылмай булмай. Өҫтән шунса итегеҙ тигән күрһәтмә беҙҙе лә урап үтмәй, бөгөн ауыҙ тултырып әйтә алабыҙ: план үтәлде. Бында, әлбиттә, бүләктәр уйнатыуыбыҙ ҙа йоғонто яһағандыр, тик «Юшатыр»ҙы бүләк отоу өсөн генә алдырмағандарын беләбеҙ, күрәбеҙ, һиҙәбеҙ.

Ерҙән атлап йөрөгән кешеләр, тинек үҙебеҙҙе, шунлыҡтан үткән йылда булған, киләһе йыл алдан уҡ барыбыҙға ла әҙерләп ҡуйған үҙгәрештәр беҙҙе лә борсоуһыҙ ҡалдырмай. Эш хаҡтары артмауы (уртаса эш хаҡы 40 меңгә яҡын тигәненә беҙ ҙә көлөп ҡарайбыҙ), башҡа нәмәгә хаҡтар артыуы (торлаҡ -коммуналь хеҙмәттәр, бензин, аҙыҡ-түлек, кейем), НДС артыуы, сүп-сарға яңы түләүҙәр барлыҡҡа килеүе... бәкәлгә һуҡҡан хәлдәрҙе һанаһаң, һанап бөтөрлөк түгел. Халыҡтың ярлылана барыуы борсой – тора-бара милли гәзитте кем алдырыр, халыҡ былай ҙа етмәгән аҡсаһын ҡайҙан табыр? Уйланмаған, маңҡорт (С. Айтматовса әйтһәк) бәндәләргә йәшәүе рәхәт тә, «Юшатыр»ҙы алдырғандар араһында маңҡорттар юҡ, уйланғандар алдыра, тип ышанабыҙ, шуға ла беҙ иртәгәге көндө хәүеф менән көтәбеҙ.

Тураһын әйтергә кәрәк: ил күргәнде күрербеҙ әле, тип үҙ-үҙеңде тынысландырыу ниңәлер килеп сыҡмай.

Яҙам тиһәң, яҙырлығы күп, йыл дауамында әле әйтелгән һәм әйтелмәгән проблемаларҙы «Юшатыр» яҡтырта килде, киләһе йылда ла ошо уҡ эште дауам итербеҙ – беҙ үткәргән түңәрәк өҫтәлдәр үтемле тауар, улары ла буласаҡ, һеҙҙең хаттар, фекерҙәр мотлаҡ баҫыласаҡ.

Эт йылына нөктә ҡуябыҙ. Эт аламаһы буранда ҡоторор, заманаһы болғансыҡ булғанғамы, кешегә ташланыусы эттәр ҙә күбәйҙе. Эт менән эт булма, тип өйрәтә ине ололар, шул һүҙҙе иҫтә тоторға тырыштыҡ, киләһе Сусҡа йылында ла сусҡа хәленә төшмәй йәшәргә ине ниәт.

Бая телгә алынған район башлығы сабыйҙар шыршыһына һуңлап килгән, улар алдына бер ҙә ҡыҙығы булмаған телмәр тотҡан. Беҙ йыл дауамында хәбәрҙәрҙе һыуытмай-һуңлатмай бирҙек, ҡолаҡҡа ятышлы, кәрәк, мөһим хәбәр генә һөйләргә тырыштыҡ. Аудитория быны ҡабул ҡылды булһа кәрәк, һеҙҙең яҙған, әйткән фекерҙәрегеҙ быға дәлил. Рәхмәт, беҙ ишеттек. Артабан да бер-беребеҙҙе ишетеп, аңлашып йәшәргә булһын. Байрамдар менән һеҙҙе, туғандар!
Читайте нас: