Өфө - Өфө инде, беҙҙең һымаҡ провинция түгел. Ана, хатта журналистарҙы һуғышыу серҙәренә төшөндөрәләр. Кемдер арттанмы, алданмы килеп ырғыһа, бысаҡ менәнме, башҡа нәмә менәнме һөжүм итһә, нисек яуап ҡайтарырға, барыһына ла өйрәткәндәр. Был нәмә беҙгә лә килешер ине, донъя хәлен белеп буламы, берәй ергә барып төшөрһөң, ә унда һине дошман һағалап тора. Бер прием да белмәһәң, йүгереп ҡасырға ла хәлең булмаһа, нимә эшләргә? Өфөнөкөләргә, исмаһам, рәхәт. Һалды ла ебәрҙе, бөктө лә һалды.
Бар нәмә башҡаланан башлана, һуғышыу серҙәренә өйрәтеү беҙгә лә килеп етер бер заман. Уңарсы, имен-аман ғына йөрөп торғанда.
P.S. Фотолағы анау матур ҡыҙҙы, моғайын, танығанһығыҙҙыр. Гөлназ Үтәгәнова ул. Беҙҙең БРГИ ҡыҙы. Шәп яҙа тип гәзиткә алғандар, хәҙер шәп яҙа ғына түгел, бик шәп һуғыша ла белә.