Юшатыр
+26 °С
Ясно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
28 Апреля 2021, 13:09
Ылыҡтырғыс булһын
Гәрсә халыҡ араһында ҡыҙыл күлдәк кейгән, телефон камераһын был яҡҡа төбәгән ҡыҙҙы күрәһегеҙме? Беҙҙең ҡыҙ ул.
Редакцияла яңы эшләй башлаған ҡыҙ. Хеҙмәт кенәгәһен дә яңы ғына аса, әйтерһең, үҙе өсөн яңы тормош аса. Әрһеҙ. Ябай. Ихлас. Ошолары бар, иң мөһиме. Ҡалғаны булыр тинек тә, алдыҡ.
Дүшәмбе көн тәүге сәфәргә барып ҡайтты. Беренсе сәфәре бит, матур ҡыҙыл күлдәк кейҙе - арыу кешеләр араһына бара, йөҙ ҡыҙартырлыҡ булмаһын. Күлдәге - күлдәк, битлек алмаған да баһа. Вахтала торған ир һинең матурлығыңа ҡарап тормай - асыҡ бит менән ярамай. Мотаһар Ибраһимов әл дә осраны.
- Бармы битлек?
- Бар.
Бирҙе. Мотаһар ағай арҡаһында кереп китә алды залға. Ултырыш бөтә башланы, сығып китәйек тиһәк, ҡыҙыбыҙ залда тик ултыра. Аһ, гәзит сыға ла баһа, ҡайтырға кәрәк. Шылтыратабыҙ алмай, яҙабыҙ - уҡымай. Ярты сәғәттән килеп сыҡҡан.
- Нимә эшләнең ул унда?
- Тыңлап ултырҙым, матур һөйләйҙәр ҙә.
Матур һөйләүҙәре бер эш, уны матур итеп яҙырға ла кәрәк. Яҙҙы. Арыу ғына килеп сыҡты һымаҡ. Шулай итмәй, шиғырҙар яҙа ла ул - уҡыһаң, бер илайһың, бер көләһең, үтә хислеләр.
Ҡыҙыл күлдәкте ыңғайға юраныҡ (үтә ҡыҙыл тиҙ уңа тиһәләр ҙә) - ҡыҙыл матур төҫ, ылыҡтырғыс. Эшең дә матур, йәмле, яҙғандарың ылыҡтырғыс булһын.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"