Торараҡ сер сиселде - көнсығыш бейеүенә йөрөй икән. Айгөл Халиҡова. Эштән иртәрәк китәйем әле тип һорағанда, күҙҙе аҡайта инек, ә ул өндәшмәй генә бейеүгә йүгергән икән. Был турала һуңыраҡ белгәс, саҡ торған кешегә етә ҡалды: бейеп күрәт әле. Беҙ ҙә әҙәм балаһы, һинд киноларын ҡарап үҫкән кешеләр, Зитаһына ла, Гитаһына ла ауыҙ һыуҙары аға торғайны. Ә бында тере Гита йөрөп ята, шуға бәйләндек тә.