Тыуған көндө кемдер яратмай (бер йылға ғүмер ҡыҫҡарҙы - уның ниндәй яҡшы яғы булһын), икенсеһе ярата - Аллаға шөкөр, ошо йәшкә тиклем имен-аман килеп еттем. Нисек булһа ла һине ҡотлайҙар, тимәк, бик насар көн түгел дә, кемдер һине, онотмай (һинең һымаҡтар аҙмы ни донъяла, көн дә кемдеңдер тыуған көнө), ваҡытын табып, ҡотлай икән.... Һәйбәт был.
Кисәге ҡотлауҙар, миңә күрһәткән ихтирам өсөн, Юлай Талха улына, Олег Юрьевичҡа, Әхәт Йәүҙәт улына, Урал Дамир улына (барлыҡ ауыл хужалығы бүлегенә), Фәнит Насип улына, Фәнүр Мөхәррәм улына, Вәдүт Ғәйфулла улына, Әхәт Әхтәм улына, Фәнил Фәрит улына, Асҡар Исәт улына, Игорь Леонидовичҡа, Маргарита Фәнит ҡыҙына, Татьяна Николаевнаға, Елена Дмитриевнаға, Ирина Ринат ҡыҙына, Лена Дим ҡыҙына, барлыҡ туғандарға, коллегаларға һәм башҡа бик күптәргә ҙур рәхмәт. Был ихтирам һәм иғтибарҙы шәхсән үҙемә генә төбәлгән тип ҡабул итмәйем, адресаты - "Юшатыр" ҙа. Ҡырҡ йәште үткән башты эйеп, рәхмәт әйтәм, алдағы көндәрҙә лә бер-беребеҙҙе ҡотлашып, маҡташып йәшәргә булһын.