Баһаң юғары булһын

Уның тыуған көнө кисә булды, беҙҙән башҡа ла туған-тыумаса, яҡындары күптер тип, бимазаларға ҡыймағайныҡ, бына бөгөн иркенләп ултырырға форсат тейҙе. 

Баһаң юғары булһынБаһаң юғары булһын
Баһаң юғары булһын
Гөлнур Хөсәйенова (Йыһаншина) редакцияға осраҡлы ғына килеп инде. Ауылында ныҡ әүҙем икәнен белә инек, ҡалала уҡығанда ла ижтимағи эштәрҙә йөрөнө, ижад иткәнен дә белә инек. Бер заман депутат булып китте, үҙе партияла, ниндәй партия тип һорамағыҙ, былай ҙа белеп тораһығыҙ. Ҡыҫҡаһы, юғарыларҙа осҡан аҫыл ҡош. Бер заман эш кәрәк тип килеп керҙе. Уның отчествоһын белмәгәнгә, үҙ-үҙебеҙҙе әрләп ултырабыҙ. Ярай, эшләп ҡарағыҙ һуң, оҡшаһа, булдыра алһағыҙ, эшләрһегеҙ - яуап шулай булды. Ҡайһы берәүҙәр, тәүгә эшкә килгәс, ай буйы шаңҡып ултыра, айышына төшөнә алмай. Был ни, беренсе көндән үк, ветеран журналист һымаҡ, тотондо ла китте. Хужаларса йәбеште. Осоп ҡына йөрөй, әле хат эшкәртә, әле телефондан һөйләшә, киттек фәлән ергә барабыҙ тип әйтеп өлгөрмәйһең, ул әллә ни арала кейенеп, һине көтөп тә тора. Әйтерһең, ғүмере буйы ошонда эшләгән.  
Эшемде яратам, үҙемде гел ошонда эшләгән һымаҡ тоям тиеүе юҡҡа түгел, беҙ уны, ул - беҙҙе яратты ахры, Гөлнурҙың беҙгә биргән баһаһы ошо булды. Юғары баһа.
Гөлнурҙың тыуған көнө. Нисә йәш тип һорамағыҙ, ныҡ йәш әле ул. Барыһы ла алда. Ике сабыйың, үҙең өсөн өҙөлөп торған ирең Фларис менән, йәшәү тәмен-йәмен бергә татып, оҙаҡ итеп барырға булһын. Ситтән ҡарап торғандар ҙа, Хоҙай үҙе лә һәр саҡ, баш бармағын күрһәтеп, юғары баһа биреп торһон. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас