

Күмертау үҙгәргән, ҡыҙғанысҡа, яҡшы яҡҡа түгел, ситтән ҡайтҡан кешегә күберәк күренәлер, Рәйсә апайҙың фекере ошолайыраҡ.
Мәскәү хәлдәрен (унда пропискаға тороп, ун йыл йәшәгәндән һуң ғына мәскәүский пенсия түләй башлайҙар икән, вәт хәйләкәрҙәр), беҙҙәге хәлдәрҙе һөйләштек - БРГИ-ла директор кем була, ҡала ҡоролтайы хәлдәре.... Ниңәлер бик шатлыҡлы мәлдәрҙе иҫкә алып булманы, үҙебеҙҙең урынды таба алмай хитланған халыҡ һымаҡбыҙ, йырҙағы Бейештәй хәлдәбеҙ әллә: