

Райондың тарихты өйрәнеү музейында фотоға төштөк. Яңы ғына төштөк, ә ул инде тарихта ятып ҡалды. Кем белә, торараҡ был фотоға ҡарап та район тарихын өйрәнерҙәр, ул заманда шулайыраҡ кейенгәндәр, биҙәнгәндәр икән тиерҙәр, модала шундайыраҡ прическа булған икән тип әйтерҙәр. Ҡулдарына һаман эш дәфтәре тотоп йөрөгәндәр икән тип тә аптырарҙар, телефонға, бәлки, ғәжәпләнмәҫтәр, ул әллә нисә быуаттан да һаман ҡулда булыр һымаҡ.
Бер генә секунд, фотоаппараттың бер генә шылтлауы һәм тарих әҙер. Иҫтәлеккә әлегеләй тик яҡты мәлдәр генә ҡалһын ине.