ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
25 Августа 2021, 10:51

Ҡайнар көн

Ауыл хакимиәте башлығының бер көнө - тормошто яҡшыраҡ беләм тиһәң, силсәүиткә эйәр ҙә йөрө икән. Беҙ бит Асия апай Игликованы 90 йәшлек матур байрамы менән ҡотларға тип кенә сыҡҡайныҡ. Асҡар Исәт улы, әйҙәгеҙ, бергә барып ҡотлайыҡ, оло кешенең күңеле булыр, Путиндан хат та бар, район башлығы ла килә, тип беҙҙе дәртләндергәйне. Музейға ҡарап (елле генә булып төҙөлөп бөтөп килә, элекке музей менән сағыштырғанда ер менән күк араһы айырмаһы, таҙа, яҡты, видеокамералар ҙа ҡуйыла, эстә бәҙрәфе лә бар) илһамланып, Иҫке Мораптал мәктәбенә барып, уны күреп (вәт был, исмаһам, мәктәп, ремонтҡа аҡса биргән кеше Мәскәүҙекенән кәм булмаҫҡа тейеш ти ине, был ни Мәскәүҙе лә уҙҙырған), инде генә инәйҙе барып ҡотлайыҡ тиһәк... Ҡалта яна башлаған тигән хәтәр хәбәр килеп етте.

Ҡайнар көнҠайнар көн
Ҡайнар көн

Беҙ тот та шул яҡҡа сап. Йәйәү түгел инде, Асҡар Кинжәлиев машинаһына ултырып. Ауыл башлығы тәүҙә музей мәшәҡәттәрен тыңлап (унда эш әле муйындан), аҙаҡ яңы мәктәп тирәһендәге ығы-зығы менән булып, матур ғына итеп барып юбилей сәйе эсәм тигән кеше, бына төтөн күренгән яҡҡа елә. Юлда барышлай әле береһенә, әле икенсеһенә шылтырата (абзый, давай. тиҙ генә К- 700-ыңды, бабай, Т-150 ҡайҙа, Ермолай, һеҙ килеп етәһегеҙме бөгөн-юҡмы), ауылға ғына ут барып етмәһен. Күҙ асып йомған арала ялҡын ялмаған яланға барып еттек, Бында мәхшәр. Ҡул аҫтында һиптерер бер нәмә юҡ, ауыл пожарниктары һыуҙарын һипте лә кире боролдо, йәнә һыу алырға, уңасы К-700 күренде, янғындың тирә-яғын һөрә башланы. Беҙҙең ҡулда көрәк тә ағас ботағы. Киров хужалығының елле генә бер һалам кәбәне янып ултыра, ниместәр бомбить иткән ер һымаҡ, ҡурҡыныс. Һелтәп-һуғып утты һүндереп ҡараған булабыҙ, ҡайҙа, ут беҙҙән мыҫҡыллап көлә генә ахры, ыһ та итмәй, өҫкә менеп килә. Бер аҙҙан йәнә бер трактор күренде, һыуҙы әллә нисә тонна тейәгән, был да хужалыҡ техникаһы. Ағастарҙы ялмай башлағайны ут, машиналарҙы күргәс (Ермолаево янғын һүндереүселәре лә килеп етте) Асҡар Исәт улы, төтөн мөһөрө баҫҡан битен һөртөп, еңел тын алды. 

- Ярар, Киров бар,   - революционер Киров түгел инде, хужалыҡты әйтә, - ул булмаһа, нимә эшләр инек - аптыраҡ. Ел дә ауыл яғына иҫмәне, быныһы ла һәйбәт булды.
Ауыл башлығына ирәйеп китеп баҫып торорға форсат юҡ, уңарсы булмай, йә береһе килеп анау ерҙә үлән сабылмаған, теге ер һөрөлмәгән, тип дәғүә белдерә башланы. Ә Асия инәй көтөп ултыра. Ҡалта янмаҫына ышанғас, инәй янына ҡуҙғалдыҡ. Унда ла Путиндан, Ю. Ильясовтан ҡайнар сәләмдәр еткереп, бер сынаяҡ сәйҙе аяғүрә генә һемерҙе лә, Асҡар Исәт улы артабан китте - районда бөгөн бер түгел, ике кәңәшмә була. Өлгөрөргә кәрәк. 
Ҡайнар көн, тимәк, дауам итә. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас