

Ауыл буйлап бер ир килә, тәү күҙ ташлағас, байғошораҡ ҡына икән был тиһәк, тауышы хәтәр генә сыҡты:
- Нимә эшләп йөрөйһөгөҙ, нимә юғалттығыҙ? - һорауы янау һымаҡ. Шулай-шулай килеп сыҡтыҡ әле, ауыл менән танышырға.
- Нимә, миңә бәйләнмәксеһеңме әллә? Күмертауҙағы Донбасты беләһеңме? - туҡһанынсы йылдарҙа урамда осраған хулиган һымаҡ өндәшә был, кеҫәһенә ҡулын тыҡты, әллә унда бысағы бармы икән? Донъя әллә ҡалай хәҙер, ниндәй генә әҙәмде осратмаҫһың.
Һин кем дә, мин кем тип һөйләшә торғас, Донбасс уртаҡ таныш икәнлеге асыҡланғас, был тынысланды, ҡулындағы пакетында әллә нисә шешә шылтырай, ағай байрам итергә ныҡлап әҙерләнеп йөрөй ахры, хәйер, байрамды башлаған да инде, башын төҙәтеп алған. Машинанан хәбәрсе ҡыҙ төштө. Уны күргәйне, ағайыбыҙ бөтөнләй йомшарҙы, йәйелде лә китте, иренен ялап ҡуйҙы - эһем-эһем.
- Нимә, Савельевкала ҡыҙҙар юҡмы әллә?
- Море бында ҡыҙҙар. Көн дә алмаштырып торам, - кәүҙәгә сибек кенә булһа ла, ғәйрәте хәтәр икән бының. 18 йәшлектәр көнләшерлек.
Беҙҙең ниндәй маҡсат менән йөрөгәнде белгәс, ағай әллә ҡайһы яҡҡа ҡулын һелтәне:
- Анауында мәктәп бар ине, шунда уҡыны Юра. Аҙаҡ Әтрәттә торҙо, күпмелер ваҡыттан унан да алып киттеләр. Ауыл бөтөп бара? Йәй көнө бөтөн өйҙәрҙә кеше йәшәй, ҡышын биш-алты йорттан ғына төтөн сыға. Мин гел ошонда. Урыҫ ауылында йәшәһәм дә, башҡорт мин. Бөрйәндән, Байназарҙан. Ҡатын? Бар. Татар. Ул ҡалала эшләй.