ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
12 Сентября 2021, 06:28

Бергә булдырайыҡ

Машинаһыҙ - тере ҡулһыҙ хәҙер. Беҙҙең эштә лә шулай. Әл дә уныһы, иҫке булһа ла, ҡыбырлай (быйыл юбилейы - 10 йәш), кәрәк ергә һә тигәнсе алып барып ҡуя, алып ҡайта. Күпте күргән машина инде ул, осҡан, тайған, һикергән саҡтар күп булды, шулай ҙа имен йөрөтә, рәхмәт уға. Үҙенә әллә ни ҡәҙер юҡ, һыланып-һыйпалып тороу бик эләкмәй. Наҙҙы аҙ күрә. Шуғамы, ҡай саҡ үсегә. Асыуын төшөрә.

Бергә булдырайыҡБергә булдырайыҡ
Бергә булдырайыҡ

Йома көнө, әллә күпме ер-һыу күреп, әйләндек. Инде, эште бөтөрөп, ҡайтырға сыҡҡас, йортҡа аҙ ғына ҡалғайны.... Двигатель килеп төштө- тотоп торған шөрөптәренән ысҡынған (рәхмәт район юлдарына). Һуңлап ҡына ҡурҡыу алды: нисек трассала төшмәгән? Бигерәк тә Мораптал, Аҡһары янындағы теге тар юл кәртәләре янында?
Ҡыҫҡаһы, тере ҡулһыҙ ҡалдыҡ. Шунлыҡтан кисә Уңғарға, яңы мәсетте асырға, барып булманы, бер ыңғайы Яманғол сходына ла өлгөрөргә ине иҫәп. Өлгөрҙөң! Бындай осраҡта нимә эшләргә белмәй, үҙеңә урын тапмай ултыраһың. Тәнең бында, ә күңелең... Ярар әле беҙҙе үҙ иткән уҡыусыларыбыҙ бар, һанай китһәң, беҙҙе улар нисәмә тапҡыр бәләнән ҡотҡарҙы - хәбәрҙе, һыуытмай, ебәреп, фото-видеолар менән уртаҡлашып. Шул да булды ярҙам тимәгеҙ, беҙҙең өсөн ошонан да ҙур бүләктең булыуы мөмкин түгел. Бер саҡ, мәҫәлән, сараға барҙыҡ, фотоға төшөрөүсе юҡ (эштә береһе сирләй, икенсеһе отпускыла тигән кеүек) аптырап-алйып ултырһаҡ, район депутаты Наталья Копылова иңен ҡуйҙы - фотоға төшөрөп һәғәт тә ебәрә һалды.
Дөрөҫ, донъя булғас, уның икенсе яғы ла була. Ниндәйҙер материал баҫыла икән, семеткеләгән кеүеге, үсегеүсе табыла. Бер саҡ бер ауылда зыяратҡа таш ҡуйҙылар, беҙгә ярҙам итәм тип йөрөгән кешегә ауыл башлығы:
- Юшатырғамы, ебәрмә уларға, теләһә нәмә яҙалар, - тигән.
Сәскә сал төшһә лә, һаман булһа беткә үсегә торған кенәсел ағайҙар була икән. Ошо ерҙә бер нюанс. Беҙҙең эш - яҙыу. Аҡын, сәсән һымаҡ, нимә күрәбеҙ, ишетәбеҙ - шуны яҙабыҙ. Беҙгә килгән хат-ялыуҙарҙы ла шул көйө бирәбеҙ (кешене кәмһетеү, мыҫҡыл итеү генә булмаһын), ошо эшкә ярашлы итеп, беҙгә хөкүмәт аҡсаһын түләй. Бик күп итеп бирмәй. Силәгенә күрә ҡапҡасы. Шуның шикелле, ауыл хакимиәттәренә лә аҡса түләй. Бер әтнәкәһе бар, русса итеп әйтһәк: назвался груздем - полезай в кузов. Ауыл башлығы урыны атайҙан ҡалған мираҫ түгел, ҡайҙа барғанын, нишләп барғанын һәр кем аңлап бара. Эш оҡшамай, ул һинеке түгел, гел маҡтап ҡына йөрөтөрҙәр тип яңғылышып барғанһың икән - тотаһың да баш тартаһың. Ултырғысҡа береһе лә һине бәйләп ҡуймаған. Быныһы һүҙ ыңғайына әйтелгәне. Тағы ла бер күҙәтеү. Район хакимиәтенең мәғлүмәт бүлеге лә беҙҙе конкурент күрә әллә. Бер саҡ урынбаҫарға шылтырата: иртәгә Сибайға бараһығыҙ, фотоларҙы Юшатырға ебәрмәгеҙ, беҙгә ебәрегеҙ. Был ҡыҙ ни, беҙҙең баһаны арттырҙы ла баһа. Хакимиәт кимәленә күтәрҙе. Рәхмәт.
...Кисә, дүрт тәгәрмәсһеҙ ҡалғас, гәзит гәзит һымаҡ булһын тип, ярҙам итеүселәр ифрат күп булды. Уңғарҙан фото-видеоматериалдар ебәреүселәр - Наталья Леонтьева, Эльза Васильева, Азат Хәлилов, Илшат Әмәкәсов, Земфира Хәмзина... гәзиттең тотош бер штаты.
Яманғолдан материал ебәреүселәр район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Айгөл Глущенко, депутат Сынтимер Мөрсәлимов.
Нимәгә әле быныһы? Юшатырҙы кем нисек күрергә теләй, шулай күрә. Йөкмәткене, башлыса, уҡыусы үҙе булдыра. Ниндәйҙер эш килеп сыға икән, беҙҙә оло ҡыуаныс: булдырҙыҡ бит. Бергә, бөтөн уҡыусылар менән. Уңайы тура килгәндә, әйтергә ине: ҙур рәхмәт һеҙгә. Киләсәктә лә бөтәһен дә бергә булдырырға яҙһын.

Машинамы? Пүстәк ул. Тимер генә лә ул. Күңелдәребеҙ тимергә әйләнмәһен. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас