Бөтә яңылыҡтар
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
5 Октябрь 2021, 19:13

Эшләнәһе эштәр бөтмәгән

Ни уйлап, ни теләп сығып киттек - тота һалып һораһалар, яуап та бирә алмаҫ инек. Уҡытыусы көнө тиер инең, уныһы ла барҙыр, көҙ моңһоулығы тартты тиер инең - бында ла дөрөҫлөк бар һымаҡ.Ҡунаҡ булыу өсөн, хәйер, сәбәп кәрәкме ни, тоттоҡ та киттек. Һуңғы арала, бына ошолай, рәхәтләнеп ултырған юҡ, был да һыуһатҡан, бер-беребеҙ менән осрашҡанда, Хәлдәр нисек, коронавирус менән сирләнеңме или әлегә юҡмы тигәнгә оҡшаш һорауҙар бирәбеҙ ҙә вәссәләм. Ә бында.... Һығылып торған өҫтәл, йылы ҙур матур йорт, быларынан бигерәк ихлас ҡараш, асыҡ йөҙ. Ҡотлоәхмәтовтар.

Эшләнәһе эштәр бөтмәгән
Эшләнәһе эштәр бөтмәгән

Тәфсирләп кем, нимә, ҡайҙа, ҡасан - әйтеп тороуы артыҡ, Әхәт Йәүҙәт улы һәм Минзиә Зиннур ҡыҙы. Береһе әллә нисә йылдар район башлығы, етәксе урындарҙа эшләгән кеше, икенсеһе - Уҡытыусы.
Хәтирәләр, бергә иҫләр тарих күп, көлөр ерҙәре, илар урындары ла бар, тик, нимә генә эшләмә, хәтергә тик яҡшылары ғына төшә лә тора - мейе аламаларын юя тиҙәр, дөрөҫтөр. Үткәнде ҡарғау, бөгөнгө әрләү, мыжыу, үпкәләү - был кире хистәр яныбыҙға килергә лә уйламаны, көнө ниндәй бит - алтын көҙ, был алтынға нисек бысраҡ ҡундырмаҡ кәрәк?
Әхәт ағай (гел отчествоһы менән әйтеп өйрәнелгән, хәҙер ағай тиһәң дә ярайҙыр), Минзиә апай бер-береһен етенсе кластан белә, шул мәлдән алып ҡушарлап китеп барыштары... Түҙмәй, әйтеп ысҡындырылды:
- Әхәт Йәүҙәтович, Минзиә Зиннуровна булмаһа, һеҙ барыбер был үргә тиклем менеп етә алмаҫ инегеҙ.
- Бер иптәш егет Минзиәгә ғашиҡ булып йөрөгән, хәҙер, ҡартайғас, әйтә: Әхәт, мин Минзиәне алһам, мин да глава булыр инем...
Көлөштөк. Етди әйткәндә, дөрөҫө шул да. Ғүмере баҡый яныңда кем булған - ҡатының. Етәксе кеше үргә менһә, дуҫтар күбәйә, аҫҡа төшһә, береһе ҡалмай тигән ише, ә ҡатын гел яныңда (етәксе генә түгел, бөтәһе менән дә шулай).

Минзиә апайҙың ҡулы бешергән аҙыҡтан ауыҙ иттек, Әхәт Йәүҙәт улы был тәғәмде ғүмере буйы ашай, Минзиә апайҙың нурына ҡойона, әле егеттәр һымаҡ ултырыуы ла шунлыҡтан. Һәйбәт етәксе булыу, рух ныҡлығы, намыҫ - тәбиғәттән, ҡалған өлөшө, моғайын, ҡатындандыр. Уҡытыусы - балалар тәрбиәләүе, уға дөрөҫ юл күрһәтеүе ныҡ ҡыйын, ирҙе тәрбиәләй белеү, уға гел терәк булыу, хыянат итмәү - бик һирәккә бирелгән талант. Шулай тинек. Әхәт Йәүҙәт улы килеште, "ят күҙҙең" тоҫмалауын кире ҡаҡманы. 
- Магазинға сығыр хәл юҡ, урата ла алалар үҙен, ебәрмәй тоталар, ә мин көтәм дә торам, башҡа бармайым һинең менән тип үпкәләйем, - Минзиә апай шулай "зарланып" алды.
- Пенсияға сыҡҡас, эштән киткәс, кеше нисек ваҡытын үткәрә икән тип аптырай инем, әле бына ваҡытты еткереп булмай, - Әхәт Йәүҙәт улы, был донъялағы барлыҡ бурысын үтәгән аҡһаҡал һымаҡ, хәйер, юҡ, ана фотола ейәне көлөп ҡарап ята - нимә генә тимә, донъя матур, эшләнәһе эштәр әле бөтмәгән.    
P.S. Ғинуар айының тәүге һанында Ә. Ҡотлоәхмәтов менән ҙур интервью баҫыласаҡ - Юшатырға киләһе йылға яҙылырға онотмағыҙ. 
Автор: Дим Ильясов
Читайте нас