ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
7 Октября 2021, 08:30

Кемдеке тора - уныҡы тора

Маҡтау һүҙе бик йыш эләгеп тормағанғамы, аҙ ғына йылы һүҙ ишетһәк, ирейбеҙ ҙә төшәбеҙ.

Кемдеке тора - уныҡы тораКемдеке тора - уныҡы тора
Кемдеке тора - уныҡы тора

Беҙҙең Айгөл Халиҡоваға Республика көнөндә бүләк биреүҙәре тураһында алдан уҡ ишеткәс, тыныслыҡ ҡасты, бөтөн редакция менән әпәләнә башланыҡ: нимә кейәһең, нисек сығаһың, сыҡҡас, нимә әйтәһең? Ниһайәт, түҙемһеҙләнеп көткән көндө еткерҙек. Һәм бына улар сәхнәлә - Айгөл Наил ҡыҙы һәм Урал Дамир улы. Залда ултырғанда, түҙмәй, һыҙғырып ебәрҙек - кемдеке тора- уныҡы тора.
Хеҙмәтҡәребеҙ алған дан-шөһрәт - барлыҡ мөхәрририәттең даны, еле беҙгә лә ҡағыла.
Тамаша бөтөп, ҡул сабаһы кешеләр төшөп бөткәс тә, беҙҙең тантана бөтмәне - фойела бер төркөм ир-ат - ауыл башлыҡтары, йыйылып тора. Донъяла ниндәй матур һүҙҙәр бар, Айгөлгә барыһын да теҙеп бөттөләр, буғай ("матур эшлә, йәшә, шулайт, былайт, бәхеттәр теләйем"). Рәхмәт, Юлай Талха улы, Урал Дамир улы, рәхмәт, егеттәр. Һеҙҙән иҫкән йылы елдән тамам иҙрәнек. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас