ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
13 Октября 2021, 11:05

Ҡыҙҙар һуғышҡа китте

Русса белмәһәң ҡыйын икән тиҙәр, инглизсә белмәһәң дә бигерәк алама икән. 

Ҡыҙҙар һуғышҡа киттеҠыҙҙар һуғышҡа китте
Ҡыҙҙар һуғышҡа китте
Редакциялағы компьютерҙарҙы музей экспонаты итергә була - иҫкеләр. Уларҙан күргән этлек... Йә көтмәгәндә һүнә, йә ҡата ла тора, яҙған нәмәң юҡҡа сыға. Тоҡанмай, тоҡанһа, һүнмәй тигән кеүек. Бер заман текст йыя торған программа юҡҡа сыҡты, бөгөн көнө буйы шуны яңынан тергеҙ менән мәшғүл булдылар - тергеҙеү түгел инде, тегеһе үлгән, яңыһын ҡуйырға кәрәк. Көн дауамында ҡуйҙылар, инде асып яҙа башлайым тиһә... Word урынына World of Tanks урынлашҡан.  
Әле яҙмай, уйнап ултыра. Бик мауыҡтырғыс уйын, айырылып та булмай - кемдер кемделер эҙләп таба алмаһа, аптырамағыҙ - ҡыҙҙар һуғышҡа китте. Сит телде белмәһәләр ҙә, һуғышыу яғына ныҡ оҫталар икән. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас