ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
17 Октября 2021, 07:05

Йәшәү тәме

Әле бит, әле генә, иң матур мәле генә Йәшәй башлағанбыҙ кеүек саҡ белеп тәмен генә...

Йәшәү тәмеЙәшәү тәме
Йәшәү тәме

Йырҙарҙы яратабыҙ, ҡай саҡ һүҙҙәренә иғтибар ҙа итмәй ҡушылып йырлай алабыҙ. Йәшәү тәме... Бынау ҡояшлы ял көнө, ҡайҙалыр тәбиғәткә сығып әйләнеп килеү, диванда һуҙылып ятып, телевизорҙа йүнле, Украинаны әрләмәгән программаны, тегеләй-былай баҫҡылап, эҙләү. Магазин тип аптырата башлай торғандар, бисә-сәсә менән магазинға барыу... бик шәптән түгел, йәме аҙ. (Анауында нимә тип ярты сәғәт баҫып торҙоң, барыбер бер ни алманың, аҙым һайын танышың осрай, көтөп арыным, ҡайттыҡ әйҙә). Шулай ҙа был да тормоштоң тәмелер. Балаңамы, ҡатыныңамы нимәлер алып, уның ҡыуанғанын күреү... Яҡыныңдың бәхете һине лә бәхетле итә.

Тәм юғалды. Ял көндәрендә ҡатыныңа тегене бешер, быны бешер тип мыжыуҙар ҙа бөттө. Ауыҙ тәм һиҙмәй. Танау ҙа еҫте белмәй башланы.

-       Нимә бешерәйем?

-       - Хет нимә. Миңә барыбер.

-       - Бөрләтәү ярата инең, ҡыҙҙырайыммы?

-       ....

-       Барып, ит алайыҡмы әллә?

-       Нимәгә ул? Ит алып ашауҙан ни файҙа, тәмен белмәгәс. Аҡса әрәм итмәйек, иттең хаҡы ҡот осҡос хәҙер. Геркулес бешер ҙә ҡуй.

Тәмһеҙ тормош икенсе аҙнаға китте. Хәтәр икән. Эштәгеләр яндан ҡаса, битлекте сисмәй, ҡулдарҙы минут һайын теге һаҫыҡ шыйыҡса менән (уның һаҫыҡ икәнен иҫләп кенә беләм) ыуып торһаң да, бапаҡты тап иткән кеүек, яндан ҡасалар. Тере мәйет йөрөп ята, әйтерһең, Коронавируслы. Тепмература юҡ, ауыртҡан ер юҡ, аппетит шәп, ҡыҙыҡ икән. Һин үлеп барғанда ла ашарға һорап ятырһың - шулай тип тә әрләп киттеләр.

Дарыуҙарҙы бер ҡосаҡ итеп алдыҡ. Биш мең һумға баҫты. Арзан әле был, тине донъяны күргәнерәк кешеләр. Уколдар. Уларҙы ҡаҙай торғас, осаға ултырып булмай башланы. Тәм һиҙелмәһә лә, тән ауыртыуҙы һиҙә. Тимәк, әле теремен. Дауаханаға барма – кәңәште әлеге шул тормошто яҡшыраҡ белгәндәр әйтә- унда барһаң, тиҙерәк үләһең. Хәйер, ятҡырырға урындары ла юҡ, өйөңә саҡырһаң да килмәйҙәр.

Әжәл тураһында уйҙар башты бораулай башланы. Улай-былай булып китһә, ауылға алып ҡайтып күмеп йөрөмәһендәр, ауыл бөтөп бара, алыҫ. Күмеүе мәшәҡәтлерәк булыр, йөк машинаһы тап, тейә, әллә нисә километрға алып ҡайт, аҙаҡ, ҡәбереңә лә бара алмаҫтар, юлдары алама, автобус йөрөмәй.  Ятырһың, тәрбиәһеҙ, аптырап.

Уныһы аҙаҡ. Бына әлеге аптыраш бөтмәй. Тәм, еҫ тоймау – тормоштоң тәмен тоймау икән дә. Башҡа ҡыуаныс та ҡыуаныс түгел. Күҙ генә күргән йәмдәр ҙә йәмле түгел, Хоҙай ерле юҡҡа ғына тойоу ағзаларын шулай күп итеп бирмәгәндер – уларҙың береһе булмаһа ла йәшәү – йәшәү түгел.

Тел, танау ҡасан ҡәҙимге, тәбиғи хәленә ҡайта инде – тормоштоң аҡҡанын тыңлағы, күрге генә түгел, тулыһынса тойғо килә - йәшәүҙең тәмен саҡ белеп кенә йәшәй башлаған кеүек тә.  

 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас