Бөтә яңылыҡтар
10
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
23 Октябрь 2021, 10:24

"Поклонник"

Ҡасандыр берәй ҙур республика гәзитендә эшләп киткән кеүек үҙемде хис иткәнем тураһында яҙып үтмәксемен, "Юшатыр"ҙарым.

"Поклонник"
"Поклонник"

Минең әлеге йәшәгән районда бер көнө ҙур ғына байрам сараһы уҙҙы. Эшем буйынса тегеләй-былай сабып йөрөп ятам. Бына бер ваҡыт бер апай: "Һеҙ "Юшатыр"ҙа эшләгән Розалиямы әллә, тимәһенме. Аптырап киттем, хатта. Күмертауҙан әллә күпме йыраҡлыҡта ятҡан районда һине танып торһондар әле. Аптырамаҫ ерҙән аптырарһың.
- Эйе, - тинем таныш түгел апайға.
- Мин бит "Юшатыр"ҙың әллә ҡасанғы поклоннигы, гел һеҙҙең яңылыҡтарҙы уҡып, күҙәтеп барам. Розалиябыҙ эштән китә, тип яҙғайнылар шул. Ҡайҙа китте икән, тип уйлап йөрөй инем, ә һеҙ беҙгә килгәнһегеҙ икән, - тип хәбәрен теҙҙе шундай рухлы, матур, мөләйем, минән 1-2 йәшкә генә олораҡ башҡорт апайы. Һөйләшеп-танышҡас, уның райондың бер силсәүит башлығы икәнен белеп ҡалдым.
Сит район гәзитен, хатта, унда эшләп киткән хәбәрселәрҙе, әллә ҡайҙа, республикабыҙҙың икенсе төбәгендә белһендәр әле - ғорурланмаҫ ерҙән ғорурланырһың.
Мине үҙ итеп ҡабул иткән Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы халҡына, яратҡан "Юшатыр" гәзите уҡыусыларына һағынышлы, ҡайнар сәләмдәр менән Розалия Назарова, Ҡырмыҫҡалы районы. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: