ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
17 Ноябрь 2021, 05:16

"Тик ултырһаң булмай"

Фәнисә Әлмөхәмәтова, Яңы Таймаҫ ауыл биләмәһенең почта бүлеге етәксеһе:- Гәзиткә яҙылыу кампанияһы бик әүҙем бара тип әйтеп булмай, йылдан йыл гәзит-журналдарға яҙылырға теләүселәр һаны кәмей. Октябрь айында яҙылыусылар булды, ә бына ноябрь айында әлегә бер кеше лә яҙылманы. Ауылдарҙа шул күбеһенсә пенсионерҙар яҙыла ла, уҡытыусылар. Кемдер аҡса юҡ ти, кемдер кәрәкмәй, гәзит уҡымайбыҙ ти, ҡайһы берәүҙәр йыл аҙағын көтә, декабрь айында ташламалар булыуына өмөтләнә. Беҙҙең яҙылыусылар күбеһенсә "Юшатыр" гәзите алдыра, был гәзиткә яҙылыусылар һаны кәмемәне тиергә лә була.

"Тик ултырһаң булмай""Тик ултырһаң булмай"
"Тик ултырһаң булмай"

Мәүлиҙә Садыҡова, Свобода ауыл биләмәһенең почта бүлеге етәксеһе:
- Яҙылыу кампанияһының уңышлы барыуында почтальоныбыҙ Головина Ольганың өлөшө ҙур тип әйтер инем мин. Сөнки хәҙерге заманда үҙ теләктәре менән почтаға килеп гәзит-журналдарға яҙылырға теләүселәр һирәк, күбеһенсә агитация, реклама яһап йөрөргә, кешеләрҙе матбуғат менән таныштырырға, яҙылырға саҡырырыға кәрәк. Беҙҙең почтальон был яҡтан бик яҡшы эшләй, ул ике ауыл халҡын, декада башланыу менән өйҙәренә йөрөп, урамдарҙа күреп гәзит-журналдарға яҙылырға саҡыра. Декада ваҡытында яҙылып ҡалырға кәңәш итәбеҙ, 100 һум ғына ташлама булғанда ла, был ауыл кешеһе өсөн бик ыңғай күренеш. Бәләкәй балалары булғандарға, балалар өсөн баҫмаларға яҙылырға тәҡдим итәбеҙ, ололар инде күбеһенсә район гәзиттәренә яҙыла, ҡайһыһы башҡорт телендә уҡый Юшатырға, ҡайһыһы урыҫ телендә улар Көйөргәҙе гәзитенә яҙыла, район хәлдәрен ошо гәзиттәрҙән уҡып беләбеҙ ти улар. Шулай уҡ ойошмаларға ла йөрөп яҙҙырабыҙ, ҡарттар йортонда бик әүҙем бер бабайыбыҙ бар, ул һәр ваҡыт 5 мең һумға яҙыла, барыһын да яратып уҡып ултыра. Бағымсыларыбыҙ ҙа ярҙамға килә, мәҫәлән йыл да ҡарттар йортона күп суммаға гәзит яҙҙырыусылар табылып тора, тик әлегә исемдәрен белмәйбеҙ. Тик ултырһаң яҙылыусылар күп булмай әлбиттә, кеше менән эшләргә кәрәк.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас