ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
6 Декабря 2021, 07:08

Хуш бул, Һыйыр. Һаумы, Юлбарыҫ!

Йылға йомғаҡ яһар, бөтәһен барлар, юғалтыу-табыштар тураһында уйланыр мәл етте. "Юшатыр", һәр йылдағыса, йылдың иң мөһим ваҡиғаларына туҡталасаҡ (фотола былтырғы һөҙөмтә һаны). 

Хуш бул, Һыйыр. Һаумы, Юлбарыҫ!Хуш бул, Һыйыр. Һаумы, Юлбарыҫ!
Хуш бул, Һыйыр. Һаумы, Юлбарыҫ!

12 ай ғына, ә күпмене кисерергә яҙҙы беҙгә - Дума һайлауҙары, район-ҡала башлығын һайлау (тәғәйенләү), кем теге донъяға иртә (ваҡытлы йә һуң тип әйтергә кемдең теле әйләнер) китеп барған, кемде ҡотлағандар, маҡтағандар (Б. Бикбай премияһын бирҙеләр, башҡа өлгәштәр булды, шул иҫәптән, Юшатырҙың да мир алдында маҡтаныр ерҙәре бар, кемдер миҙал таҡты, кемдер Грамота алды), коронавирус, Беляевты йортона бикләнеләр.... Теҙеп кенә бөтөрлөк түгел ваҡиғалар. Һыя алғанса, улар тураһында бәйән итербеҙ, хәтер, барыбер, ҡыҫҡа, йәнә бер ҡат йылды барларбыҙ. Һыйыр менән шулай хушлашырбыҙ.
Алда - Юлбарыҫ көтә. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас