ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
8 Декабря 2021, 08:59

Аллаға шөкөр!

Осрашыуҙар хәҙер бик һирәк була, бигерәк тә, ошондайы - эшлеклеһе, саҡ ҡына һағышлыһы. Аллаға шөкөр, бөгөн матур ғына осрашыу булды.Башҡортостан журналистары Союзы рәйесе, "Башҡортостан" гәзите редакторы Вәдүт Исхаҡов менән элек йыш күрештек.

Аллаға шөкөр!Аллаға шөкөр!
Аллаға шөкөр!

Ул беҙҙең, беҙ уның хәлдәрен яҡындан белеп-күреп торҙоҡ тигәндәй, аҙаҡҡы мәлдәрҙә аралар һыуынҡыраны, йырағайманы, ҡапыл ғына ул бер утрауҙа, беҙ икенсеһендә ҡалғандай булды ла ҡуйҙы. Һирәк-һаяҡ телефон, интернет аша аралашыу бар, тик машинаға, тимергә ышаныс юҡмы, барыһын ла теҙеп кенә һөйләшеп булмай, барыбер ниҙер әйтелмәй тора ла ҡала ине, бына шул тороп ҡалғанын бөгөн сәй артында һөйләштек.
Республика журналистарының хәле, гәзиттәрҙең торошо, йәшәйеше, эш хаҡтары, төрлө наградалар (эт күңеле - бер һөйәк, ижад кешеһенә ҡай саҡ бер ҡағыҙ остоғо тотторһалар ҙа Аллаға шөкөр булып ҡала бит ул, үҙен космонавт һымаҡ тойоп йөрөй, дәрте арта), санаторийҙар - уныһы ла бар икән, күпме йәшәп яңы белдек - алдынғы доярка һымаҡ, бушлай ҡайҙалыр барып дауаланып ҡайтып була.
Һүҙҙе нисек, ҡайҙан ғына башлама, Ишембайға бара ла төртөлә - Вәдүт Ғәйфулла улы үҙе шунан, хеҙмәт юлы, ижад юлы шул ҡаланан башланған, беҙҙе лә Ишембай менән күп яҡты хәтирәләр бәйләй.
Бик шәп булды әле осрашыу, мыжыуҙар булһа ла, булғандыр, тик күп түгел. Түрә булараҡ, В. Исхаҡов журналистарҙың үҙҙәренән һораны:
- Һеҙ нисек ғөмүмән?
- Аллаға шөкөр!
Ошо нөктәлә тамамланыҡ. Һеҙҙең дә барыһы ла Аллаға шөкөр булһын, Вәдүт Ғәйфулла улы.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас