"Көйөргәҙе" гәзите редакцияһында, уның редакторы Светлана Беглова менән ашыҡмай ғына сәй эсеп ултырабыҙ - бер үк шатлыҡ, бер үк зарҙар, ысынында, бер йөктө тартып китеп барыш, шуға һүҙҙәр килешә.
Бер ҡайҙа ла ҡабаланмаған һымаҡ ултырһаҡ, бер заман Ҡыш бабай килде, тип һөрәнләнеләр. Редакция буйлап китте ығы-зығы. Сыҡтыҡ. Унда, баҡһаң, Ермолаево элеваторынан килгәндәр. Смолев Сергей Алексеевич, һатып алыуҙар бүлеге баш белгесе. Бүләктәре бер һандыҡ. Ирәйеп китеп быларҙың ҡыуанғанына ҡарап торабыҙ, кемеһелер, түҙмәй бейеп тә ебәрҙе, эстән генә: беҙгә лә килтерәләрсе, ашай торғанын да, былайын да тип уйлайбыҙ. Кәм-хур түгелбеҙ. Элеватор тигәс, он килтергәндер тигән фекер тыуғайны, юҡ, әҙәбиәткә ҡағылышлы бүләктәр - календарь, көндәлек. Әәә, эсә торғаны ла бар икән.
Сергей Алексеевич беҙҙе лә мәхрүм ҡалдырманы, бик матур ҙур календарь бүләк итте һәм көндәлек. Әҙәбиәт тип йәшәгән кеше насар булмай, ихлас ҡабул иттек. Рәхмәт.
Светлана Алексеевна арттан ҡысҡырып ҡалды: ҡалай йәтеш булды, тағы килегеҙ, бүләктәр уртаҡ булһын. Эйе шул, барыһы ла уртаҡ булһын - беҙ бер йөктө һөйрәйбеҙ.