Редакциябыҙҙа гәзиттәр ята - беҙҙән килеп алыу шарты менән яҙылғандар өсөн, үҙебеҙгә подшивка өсөн. Ғәҙәттә, гәзиттәр артып ҡала, улай-былай артыҡ һандарығыҙ бармы тип һорағандарға (әсәһен ҡотлаған унда йәки үҙе тураһында материал сыҡҡан) биреп ебәрәбеҙ, таратһын, әйҙә, туған-тыумасаға, күрше-күләнгә. Гәзиттәр өҫтәлдә ята, төш мәлендә йә булмаһа башҡа ваҡытта редакцияла кеше булмауы бар, булһа ла, номерҙарға текәлеп ултырмайбыҙ, кем күпме ала - үҙҙәре белә.
Ни ғәләмәттер, бөгөн ҡараһаҡ, гәзиттең ошо номеры юҡ, берәү ҙә ҡалмаған. Ҡайғырҙыҡмы? Юҡ. Ҡыуандыҡ. Гәзитте урлау ҙа изге ғәмәл. Киләһе йылда ла урланып йәшәргә булһын ине.