

Беҙ ҙә шул кешегә оҡшағанбыҙҙыр, моғайын. Сәғәттәр буйы һуҙылып, барыһын онотоп күңел асҡан юҡ. Унар йыл буйы шулай. Барыһы ла китеп барышлай, юл ыңғайы, бөтәһе лә аяҡ өҫтө эшләнә. "Давай-давай, тиҙерәк, эш көтә"
Яңы йыл менән дә гел шулай, аҙаҡҡы көндә генә хәл ителә (кемдер сентябрҙән үк кафе һайлап ҡуя ла): нишләйбеҙ? Әллә. Быйыл да шулай булды. Һуңғы минутҡа тиклем нимә эшләребеҙҙе белмәй, аҙаҡҡы мәлдә генә барыһы ла билдәләнде. Табын янында тамада булманы, йырҙар һуҙылманы, өҫтәл өҫтөнә менеп, береһе лә бейемәне. Кемдер бигерәк бойоҡ ултырғанһығыҙ, ҡыҙыҡ булмаған тиер. Әлләсе. Барыһы ла ихлас, күңелле булды. Әйтәһе һүҙҙәр әйтелде, теләктәр теләнде, үтеп барған йылдағы ҡыҙыҡ-ҡыҙғаныс ваҡыттар иҫкә алынды. Һөҙөмтә: барыһы ла һәйбәт икән, зарланыр ере юҡ (тираж ярайһы йыйылды, Яңы йылға тип, премия биреп ташланылар).
"Йә, булдымы - эйе. Әйҙә, ҡайттыҡ".