ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
14 Января 2022, 12:47

Ғәйрәт

Әҙәм юлға сыға торған көнмө һуң инде, ҡартәсәй тере булһа, атайың ҡушҡандыр һиңә әллә ҡайҙа китеп барырға тип әрләр ине.

ҒәйрәтҒәйрәт
Ғәйрәт

Телевизор, радио, интернет - барыһы ла ҡысҡырып тора: көн торошо алама, өйөңдә генә ултыр, тик... Яҡупта байрам. Яңы клуб асыла.  Ниндәйҙер берәй туған туйына саҡырһа ла хатта бармаҫ инек, ә бында бармай булмай, Яҡуп өсөн ҙур ваҡиға булыуынан бигерәк, һүҙ бирелгән, беҙ унда булырға тейеш. Киттек. 

Ғәйрәтләнеп сығып киттек, ергә лә теймәй табан....
Йырҙар тыңлай-тыңлай, ара-тирә үҙебеҙ ҙә йырға ҡушылып, матур ғына бара инек, бер заман сумдыҡ. Ныҡ ултырҙыҡ, сығырлыҡ түгел. Бына һиңә астың клубыңды. Эргә-тирәлә эт тә юҡ. Сандинға бик алыҫ түгел, тик унда ҡоҙа-ҡоҙағый, туған-тыумаса юҡ, йәйәү барып булһа ла, көн матурланғанын көтөп, мунса инеп, ҡуна ятырға булыр ине. Ҡарышҡан һымаҡ, башҡа кәпәс кейелмәне -  прическа боҙолмаһын тип кеймәнек. Аяҡта лакированый ботинка. Уныһы һыуыҡ. Ялтыр нәмәнең рәте булмай икән. Ялтырап тора, сәхнәгә сыҡҡанда матур булып торам, йәнәһе. Торҙоң! Асыуға тейеп, радионан йыр яңғырай: 
Зима-холода, одинокие дома
Моря, города - всё как будто изо льда
Но скоро весна, снег растает и тогда
За белой стеной мы останемся с тобой. 
Бына, аҡ стена артында аптырап торабыҙ.  
Бәхет бар икән, әллә нимәләр уйлап, әллә нимәләрҙе күҙ алдына баҫтырып та бөтмәнек, бер ылау машина күренде. Район етәкселеге байрамға китеп бара. Туҡтанылар. Тәүҙә Нива тигәне һөйрәп маташты, ҡайҙа, үҙе бата ла ултыра. Аҙаҡ район башлығының машинаһы үҙе тотондо, ҡыйбатлы машина ҡыйбатлы инде, хаҡын ерле юҡҡа шулай юғары ҡуймайҙар, ғәйрәтле. Тартты ла сығарҙы. Рәхмәт төшкөрө. 
Яҡупта сара ғәләмәт булды. Һуңламай ғына барып етеп, шартына килтереп байрам итеп йөрөп ҡайттыҡ. 
Өмөттәр һүнеп, ҡайҙалыр батып ҡалғанда ла юлыңа гел һәйбәт кешеләр осрап торһон ине. Һәм уның ғәйрәтле, баһаһы юғары булыуы мөһим. Осһоҙ, көсһөҙҙәр, юғиһә, былай ҙа күп осрай. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас